Бөгөн Антхольц ҡалаһында барған биатлон буйынса донъя кубогында ир-егеттәр командаһы көмөш миҙал яуланы.
Был юлы Антон Бабиков, Даниил Серохвостов, Александр Логиновтарҙың сафына Эдуард Латипов өҫтәлде. Ул ковид менән сирләп, карантинда ятып алғайны.
Бөгөн күпселек лидерҙарҙың запас спортсылары сығыш яһауын иҫәпкә алһаң, илебеҙ командаһы хөртөрәк ярышты тип әйтергә мөмкин. Тәүгеләре (Бабиков, Серохвостов) ярайһы ғына йүгерһә, тәжрибәле Логинов яңылышып, команданы бер аҙ артҡа ҡалдырҙы. Шулай уҡ дүртенсе этапта Латипов та ҡыйыш атып, штраф дистанцияһын үтергә мәжбүр булды. Әммә финишҡа 300 метр ҡалғанда француз менән немецты уҙып, команданы икенсе урынға сығарыуға өлгәште. Еңеүселәрҙе тәнҡитләмәйҙәр, Олимпиадала күҙ күрер!
Беренсе урында Норвегия командаһы, өсөнсөлә немецтар!