Башҡортостан Хөкүмәте республика юлдарында берҙәм стилдә юл буйы сервистары төҙөү маҡсатын ҡуйғайны. Ошондай тәүге объект М-5 «Урал» автоюлы буйында, Өфөнөң Академик Курчатов урамында асылды. Бында 15 урынлыҡ кафе, бәҙрәф һәм намаҙ уҡыу бүлмәләре бар. Сервисты асыуға 6 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән.
– Бер йыл элек республиканың юл буйы сервисы концепцияһы төҙөлдө. Иң тәүҙә инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙыҡ: берҙәм стиль булдырылды, производство һәм монтаж эштәрендә ярҙам, бушлай консультация. Тап улар ярҙамында беҙ маҡсатыбыҙға ирешергә теләйбеҙ, – ти сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Әлеге ваҡытта министрлыҡҡа 64 инвесторҙан тәҡдим килгән, йәлеп ителәсәк аҡсаның яҡынса күләме – 8 миллиард һум.