Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар 2022, 14:38

Федоровка районында 27 кеше ҡарға батҡан

Бында Балыҡбаш ауылы янындағы юлда маршрут газеле батҡан.

Федоровка районында 27 кеше ҡарға батҡан
Федоровка районында 27 кеше ҡарға батҡан

Бөгөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына хәүефле  хәбәр килән.  Федоровка районының Балыҡбаш ауылы янында Федоровка – Салауат йүнәлеше буйынса йөрөгән «Форд Транзит» газеле ҡар ҡамауында ҡалған. Хәбәр ителеүенсә, рейс автобусында 27 пассажир бар.

Техника боҙолмаған, йылытыла. Ваҡиға урынына трактор ебәрелгән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы барыһын да контролдә тота.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: