Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2022, 17:16

«Заманса медицина республикабыҙҙың барлыҡ мөйөшөнә лә барып етергә тейеш»

Туймазы районында 52 ФАП-тың 27-һе яңырасаҡ!

«Заманса медицина республикабыҙҙың барлыҡ мөйөшөнә лә барып етергә тейеш»
«Заманса медицина республикабыҙҙың барлыҡ мөйөшөнә лә барып етергә тейеш»

— «Сәләмәтлек» милли проекты һәм «Беренсел медицина-санитар ярҙамы системаһын үҫтереү» федераль программаһы барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртырға ярҙам итә, – тип белдерә Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиззәтуллин.

Атап әйткәндә, һуңғы ике йылда Туймазы районында 4 пункт һәм амбулаторий төҙөкләндерелгән. Әлеге ваҡытта Иҫке Туймазыла яңы табип амбулаторияһы төҙөлә. Киләһе йылдарҙа райондағы 52 ФАП-тың 27-һен яңыртыу ҡарала.

«Тап ошо ыңғай күрһәткестәр тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гайдар форумында әйтте. Республика халҡының яртыһы ауыл ерендә йәшәй һәм уларҙы сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү мөһим. Беҙҙең барлыҡ ФАП-тар заманса ҡорамалдар йыһазландырылған. Бөтәһе лә республика мәғлүмәт системаһына тоташтырылған һәм район, республика дауаханалары табиптарынан телемедицина аша ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Заманса технологиялар республиканың барлыҡ мөйөштәренә лә барып етергә тейеш», – тип белдерҙе табип.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: