Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2022, 16:37

Өфөлә иҫерек әҙәм баланы талаған

Бынан һуң уны ир тип атарға мөмкинме икән?

Өфөлә иҫерек әҙәм баланы талаған
Өфөлә иҫерек әҙәм баланы талаған

Был хәл кисә Черниковканың Сергей Вострецов урамында булған. Бер иҫерек ир 10-12 йәштәрҙәге баланы елкәһенән эләктереп алған да телефон һәм аҡса талап итергә тотонған. Ярай әле яҡында ғына бер ҡатын үтеп барған, ул шунда уҡ бала ҡысҡырған урынға килеп еткән.

— Баланы ебәрһен өсөн ҡысҡырырға тотондом. Тәүҙә әҙәм аҡтығы миңә иғтибар итмәне. Полиция менән янарға тотонғас ҡына ысҡындырҙы. Һуңынан был ир үҙемде баҫтырырға тотондо, ныҡ иҫерек булыу сәбәпле, ҡыуып тота алманы. Мин өйөмә йүгереп инеп хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырттым, – тип һөйләй баланы ҡотҡарған ҡатын.

Ҡатындың һүҙҙәренсә, һөжүм итеүсе ике курткала булған һәм полиция килгәнсе кейемен алмаштырған. Тик ҡасырға ғына өлгөрмәгән, янъялсыны күрше йорт янында ҡулға алғандар.

– Баланың ҡото осҡайны. Ярай, исмаһам, тауыш биргән. Юғиһә, нимә менән бөтөрөн күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Хулиганға тейешле яза бирһендәр ине.

Бөгөн малайҙың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән һәм ғариза яҙған. Әле тикшереү үткәрелә.

Балаларҙы һаҡлайыҡ, иғтибарлы булайыҡ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: