Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2022, 14:45

Йылдың тәүге көндәрендә спортсыларыбыҙ 12 миҙал яулаған

7 алтын, 2 көмөш һәм өс бронза!

Йылдың тәүге көндәрендә спортсыларыбыҙ 12 миҙал яулаған
Йылдың тәүге көндәрендә спортсыларыбыҙ 12 миҙал яулаған

1 ғинуарҙан 9 ғинуарға тиклем Башҡортостан спортсылары ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа 12 миҙал яулаған (7 алтын, 2 көмөш һәм өс бронза). Был хаҡта спорт министры Руслан Хәбибов оператив кәңәшмәлә һөйләне.

Быйылғы тәүге «алтын»ы Латвияның Сигул ҡалаһында үткән бобслей һәм скелетон буйынса донъя кубогында яуланған. Бында парлы ярышта яҡташтарыбыҙ Ростислав Гайтюкевич һәм Михаил Мордасовҡа етеүсе булмаған.

6 ғинуарҙа Свердловск өлкәһендә үткән мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатында тәүге урынды Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Никита Богданов яулаған. Быйыл ул яҡташыбыҙ Динар Вәлиев менән бергә донъя чемпионатында республикабыҙҙың данын яҡлаясаҡ.

7 ғинуарҙа Екатеринбургта еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙған. Бында «бейеклеккә һикереү» бәйгеһендә Бөрө егете Матвей Тычинкин еңеүсе булып танылған (һөҙөмтә 2,25 м).

8 ғинуарҙа Оберхофта башҡорт спортсыһы Антон Бабиков Кристина Резцова менән «сингл-микст» дисциплинаһында «алтын» яуланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе ихлас ҡотланы һәм уңыштар теләне.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: