Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2022, 07:55

Мишкә ауылында атыш

Урындағы кафеларҙың береһендә ҡунаҡтар ыҙғышып..

Мишкә ауылында атыш
Мишкә ауылында атыш

Кисә кис Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Мишкә районы үҙәгендә атыш булыуы хаҡында хәбәр килә. Бындағы «Камильфо» кафеһына ингән ҡунаҡтар ни сәбәптәндер хеҙмәтләндереүҙе оҡшатып етмәй. Ошо сәбәпле, ирҙәрҙең береһе бина хужаһына, эшселәргә бәйләнергә тотона. Улар араһында ыҙғыш ҡуба.

Эшҡыуар ҡунаҡтарын тынысландырыу маҡсатында мылтыҡ алып һауаға бер нисә тапҡыр ата.

Кафе хужаһы үҙе ғауғасыл ир арҡаһында төрлө тән йәрәхәттәре ала. Әлеге ваҡытта низағ ҡуптарыусы ҡулға алынған, тикшереү бара.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: