Бөтә яңылыҡтар
1 Ғинуар 2022, 06:15

Илле йыл үткәс осраштылар...

Яҡташтарыбыҙҙың үкенесле мөхәббәт тарихын НТВ каналында күрһәттеләр.

Илле йыл үткәс осраштылар...
Илле йыл үткәс осраштылар...

НТВ телеканалының «Көт мине» тапшырыуында яҡташыбыҙ Хәлиҙә Ризуан ҡыҙы үҙенең тәүге мөхәббәте менән осрашты. Эфир 25 декабрҙә үк булһа ла, ғашиҡтарҙың осрашыу мәле төшөрөлгән видеояҙма яңыраҡ ҡына интернетта популярлыҡ яулай башланы.

 

Танышҡан ваҡытта Хәлиҙәгә - 17, ә егеткә 19 йәш булған. Улар күрше ауылдарҙа йәшәгән, бергәләп электричка менән Өфөгә уҡырға йөрөгән. Дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнгән. Рим әрмегә киткәс, Хәлиҙә уны көтөргә вәғәҙә биргән. Бер йыл хат алышҡандар, шул ваҡыт эсендә һалдат һөйгәненә 186 хат яҙған.

 

Әммә яҙмыш шулай ҡушҡан, күрәһең. Хәлиҙә икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан. Рим дә оҙаҡламай ғаилә ҡорған. Программа геройҙары ошо йылдар дауамында бер-береһен онотмауы хаҡында һөйләне. 56 йыл үткәс, яңғыҙлыҡтан арыған ханым үҙенең беренсе мөхәббәтен табыу өсөн «Көт мине» проектына мөрәжәғәт иткән.

 

Рим Зияш улы ла яңғыҙы ҡалған. Тура эфирҙа осрашҡас, ғашиҡтар күҙ йәштәрен тыя алманы.

 

«Был осрашыуҙы оҙаҡ көттөм, ҡәҙерлем! Ғәфү ит мине!» - тине Хәлиҙә ханым.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: