Һүҙ Салауат ҡалаһы Вокзал урамының 2-се йорто хаҡында бара. Бында 8 сентябрҙә үк «Газпром» хеҙмәткәрҙәре бер иҫкәртеүһеҙ газды ҡырҡҡан. Сәбәбе — йортта елләтеү ҡоролмаһы юҡ. Ә быға тиклем өйҙә йәшәүселәр 15 йылдан ашыу зәңгәр яғыулыҡ менән бер проблемаһыҙ файҙаланған. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Етәкселәр ярҙам күрһәтәһе урынға аҡса юҡлыҡҡа һылтана.
«Газһыҙ йәшәгәнгә дүрт ай булып килә. «Жилкомзаказсы» ойошмаһында беҙгә: «Яңы йылды һуңынан ҡаршы алырһығыҙ, бәлки, ғинуарҙа», – тип яуап бирҙеләр. Бер кем ярҙам итергә теләмәй. Киреһенсә, был йортта ғүмерҙә лә булмаған вентиляция ҡоролмаһын үҙегеҙ емергәнһегеҙ, тип беҙҙе ғәйепләйҙәр», – тип борсола салауаттар.
«Газпром» белгестәре һүҙҙәренсә, элек йортта ағас форточкалар булған, ә ғаиләләр уны пластик тәҙрәгә алмаштырған, шуның өсөн газ ҡырҡылған.
Айҙарға һуҙылған бәхәс әлегә бер һөҙөмтә бирмәй. Йорттағы электр сымдары ла туҙып бөткән, уға йөкләнеште кәметер өсөн кешеләргә плитә менән сәйнүкте бер юлы эшләтмәҫкә тура килә.
Әйткәндәй, әлеге йорт бик бәхетһеҙ булып сыҡты. Көҙгөһөн идара итеүсе компания икенсе адрес менән бутап, әлеге өйҙөң ишеген яңылыш емереп алғайны.