Был хаҡта Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин хәбәр итте.
– Беҙҙең йәш архитекторҙарыбыҙ Гөлфиә һәм Рөстәм Әлибаевтарҙың тормошондағы иң төп проекты – ҡыҙҙары тыуҙы! Ижади ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм бәпескә ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Бындай шәп ата-әсә менән бәләкәс Айгөл республикабыҙ өсөн кәрәкле һәм мөһим шәхес булып үҫер. Төклө аяғың менән, сабый! – тип яҙған Данир Ғәйнуллин.
Гүзәл һәм Рөстәм Әлибаевтар – талантлы архитекторҙар, «Шүлгәнташ» музей комплексы авторҙары. Күптән түгел Рөстәм «Архтамға» эксперт-проект бюроһы менән Салауат Юлаев һәйкәленең 3Д күсермәһен эшләгәйне. Ҡотлауҙарға «Йәшлек»тәр ҙә ҡушыла.