Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2021, 06:18

Утыҙ өс автомобиль ҡар ҡамауында ҡалған

Ике кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ!

Утыҙ өс автомобиль ҡар ҡамауында ҡалған
Утыҙ өс автомобиль ҡар ҡамауында ҡалған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Туймазы районы халҡына юлға сығыуҙан тыйылырға кәңәш итә. Бөгөн иртән районда M-5 трассаһында 33 еңел һәм йөк автомобиле ҡар ҡамауында ҡалған. Уларҙың барыһы ла Серафимовка һәм Николаевка ауылдары янында юлда ултыра.

«Хәл контролгә алынды. Урында юл хеҙмәттәре эшләй. Әлеге ваҡытта Туймазы ҡалаһынан ике КамАЗ килде. Серафимовка янында йөк машинаһы юлға арҡыры торған. Шуға юлландылар. Заправка янында йылыныу пункты эшләй, эҫе аш һәм сәй тәҡдим ителә», – тип хәбәр итә комитет хеҙмәткәрҙәре.

Шулай уҡ ҡотҡарыусылар Серафимовка һәм Бәләбәй юлдары киҫелешендә өс кешегә ярҙамға килгән. Берәүһенең машинаһы боҙолоп, уны йылыныу пунктына ҡәҙәр оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кешенең тәне туңған, уларға медицина ярҙамы талап ителгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: