Кисә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә сәйер хәл булған. Бында билдәһеҙ ир 13 йәшлек уҡыусыны музыка мәктәбенә тиклем эҙәрлекләп барған. Бала ҡайҙа ғына боролмаһын, ир бер тотам да артынан ҡалмаған. Ҡыҙҙың ҡото осҡан. Алда барған ике ҡатынды ҡыуып етеп, хәлде аңлатып биргән һәм бергә атлауҙы үтенгән. Шул саҡта ғына сәйер әҙәм икенсе яҡҡа боролған. Уҡыусы мәктәпкә барып етеү менән атаһына илап шылтыратҡан.
Ир әлеге хәл тураһында социаль селтәрҙә яҙған. Ул балаһының ғүмере һәм һаулығы өсөн бик борсола һәм башҡаларҙы иғтибарлы булырға саҡыра.
– Мәктәпкә тиклем юл ике балалар баҡсаһы, балалар үҙәге аша үтә. Шуларҙың береһендә лә урам яғында камера юҡ. Үлтереп китһәләр ҙә, бер кем күрмәҫ, – тип яҙған Антон Апаев.
Әлеге ваҡытта атай кеше полицияға мөрәжәғәт иткән.
Ҡыҙҙы эҙәрлекләгән ир ҡыҫҡа буйлы булған, ҡара куртка, ҡара шапка кейгән. Әгәр ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ, 02 номерына хәбәр итеүегеҙ һорала.