Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2021, 05:38

Фән һәм технологиялар йылына йомғаҡ яһалды

Кисә Радий Хәбиров Дәүләт советы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф советы үткәргән ултырышта ҡатнашты.

Фән һәм технологиялар йылына йомғаҡ яһалды
Фән һәм технологиялар йылына йомғаҡ яһалды

Унда Фән йылына йомғаҡ яһалды,   ҡатнашыусылар фәнде үҫтереү һәм ошо өлкәлә проекттарҙы тормошҡа уңышлы ашырыу өсөн яңы оҙайлы программа тәҡдим итте.

– Бөгөнгө осрашыуҙың тағы ла бер мөһим темаһы – ил халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыу ысулы булараҡ, төбәктәрҙең инновацион ҡеүәтен арттырыу мөмкинлектәре. Һүҙ яңы технологиялар һәм белемдәр булдырыу хаҡында ғына бармай. Шуныһы бик мөһим – улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, транспорт һәм коммуналь инфраструктура өлкәләрендә, экологик, социаль һәм йәмғиәттә булған башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уңышлы файҙаланылырға тейеш.

Дәүләт Башлығы заманса университет кампустары төҙөү мәсьәләһен дә күтәрҙе.

— Беҙҙең фән – донъя буйынса иң йәше, тип әйтергә мөмкин. Уның потенциалы вуздарға һәм университеттарға нигеҙләнә. Балалар фән карьераһын һайлағанда ата-әсәләр уларға терәк булһын ине. Киләһе ун йылда 25 университет кампусын асыу ҡарала. Уларҙа уҡыу һәм эҙләнеү өсөн бөтә шарттар булырға тейеш. Спорт менән шөғөлләнеү, стартап асыу мөмкинлеге лә бирелергә тейеш. Дәүләт, бизнес һәм ил төбәктәре талантлы йәштәр тәрбиәләүҙә бергәләп эшләргә бурыслы. Был — фәнде һәм технологияларҙы үҫтереүҙең иң төп шарты.

Президент Фән һәм технологиялар йылы киләһе ун йыллыҡта мәғарифты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәген күҙалланы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: