«АК ВНЗМ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшселәре сентябрҙән хеҙмәт хаҡы ала алмай. Был турала предприятие хеҙмәткәре Рафаэль Әхмәтйәнов социаль селтәрҙә яҙған.
«АК ВНЗМ» Өфөлә урынлашҡан, ойошма эшселәре республикабыҙҙың төрлө ҡалаһында һәм күрше төбәктәрҙә тир түгә. Мәҫәлән, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе Рафаэль Һамар өлкәһендә эшләй.
«Түләргә вәғәҙә итәләр ҙә, хеҙмәт хаҡын тулыһынса бирмәйҙәр. Хатта командировкала йөрөгән ҡайһы бер ир-егеттәр ғаиләләренән аҡса һорап торорға мәжбүр. Сөнки уларҙың ашарҙарына ла юҡ», – тип яҙған Рафаэль.
Ир прокуратураға ла мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә бының файҙаһы булмаған.
Башҡа вахтасылар ҙа «АК ВНЗМ» тураһында кире фекерҙә. «Ҡасығыҙ, түләмәй улар», – тип яҙған улар Рафаэлдың яҙмаһына ҡарата.
Вахтасылар, эшһеҙлек – былар республикабыҙҙағы иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Күптән түгел Радий Хәбиров Алыҫ Көнсығышта намыҫһыҙ ойошмаларҙан алданған яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарырға ярҙам иткәйне.