Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2021, 14:06

Радий Хәбиров рәхмәт әйтте

Бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә киләһе йылға бурыстар билдәләнде.

Радий Хәбиров рәхмәт әйтте
Радий Хәбиров рәхмәт әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда һөҙөмтәле эшләгән район башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе, быйылғы социаль-иҡтисади эштәргә йомғаҡ яһаны. Шулай уҡ киләһе йылға бурыстар билдәләнде.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, 2021 йылда төбәк иҡтисады тотороҡло үҫешкән, ҡайһы бер тармаҡта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Ошо темпты һаҡларға кәрәк, тине Радий Фәрит улы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республиканың социаль инфраструктураһы, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу хаҡында һөйләште.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: