Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2021, 17:20

Республикабыҙҙа полиэтилен ҡалдыҡтарын эшкәртеү производствоһы эшләй башлай

Был хаҡта экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллин һөйләне.

Республикабыҙҙа полиэтилен ҡалдыҡтарын эшкәртеү производствоһы эшләй башлай
Республикабыҙҙа полиэтилен ҡалдыҡтарын эшкәртеү производствоһы эшләй башлай

«Башҡортостанда 4 төбәк операторы эшләй. Бөгөнгә 22 мең контейнер майҙансығы асылған, 56 меңдән ашыу контейнер урынлаштырылған. Шуларҙың яртыһынан күбеһе – евроконтейнерҙар.

Был маҡсатҡа федераль программанан 13,4 миллион һум аҡса бүленгән. Киләһе йылда ла ҙур суммала аҡса йәлеп итеү ҡарала. 2024 йылға бөтә майҙансыҡтарҙа ла евроконтейнерҙар торорға тейеш.

Бынан тыш, Башҡортостанда дүрт сүп-сар эшкәртеү комплексы асылды, уларҙың һанын 19-ғп тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ. Ошо рәүешле бер миллион тоннанан ашыу сүп эшкәртеләсәк.

Киләһе йылда «ПОЛИЭФ» предприятиеһында полиэтилен ҡалдыҡтарын эшкәртеү производствоһы асыласаҡ, шулай уҡ бөтә илдән ошо ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн ҙур «Биофлекс» предприятиеһы булдырыласаҡ. Тимәк, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү артабан да йылдам үҫешәсәк».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: