Республика форумында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты – «хәүеф төркөмө»ндәге йәштәр, Урал аръяғы райондарынынан йәштәр сәйәсәте учреждениелары вәкилдәре. Сараны ойоштороусы – БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.
– Йәмәғәт ойошмаһы лидерына, йәштәр менән эшләү буйынса белгестәргә төрлө белемгә, лидерлыҡ сифаттарына эйә булырға кәрәк. Шуның өсөн беҙ форумдарҙы үҙенсәлекле темалар һәм эш төрҙәре менән байытабыҙ, – тип белдерә комитет рәйесе Яна Гайдук.
Ике көн дауамында йәштәр алдында төбәк проекттары һәм программалары координаторҙары, бизнес-тренерҙар сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә социаль проектлауға, кеше алдында сығыш яһарға, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға, эшҡыуарлыҡ серҙәренә, социаль селтәрҙәрҙә эшләргә өйрәнде.
– Эшҡыуар булыу өсөн күп белем алырға кәрәк. Беҙ йәштәр эшҡыуарлығы мәҙәниәте хаҡында һөйләнек. Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү өсөн дөрөҫ мәғлүмәт бирергә, грант һәм остазлыҡ системаһын үҫтерергә кәрәк , — тип һөйләне Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты белгесе Эльвир Нафиҡов.