Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2021, 14:48

Батырҙарыбыҙ хаҡында йәнһүрәт донъя күрәсәк

Республикабыҙҙа «Төньяҡ амурҙары» фильмы төшөрөлә. 

Батырҙарыбыҙ хаҡында йәнһүрәт донъя күрәсәк
Батырҙарыбыҙ хаҡында йәнһүрәт донъя күрәсәк

– Республикабыҙҙа талантлы режиссерҙар һәм артистар бихисап. «Беренсе Республика», «Өс таған», «Һеңлекәш», «Өфөнән һөйөү менән», «Йыл ғаиләһе» кеүек һәм башҡа башҡорт режиссерҙарының фильмдарын тамашасылар йылы ҡабул итте, улар хәҙер бөтә Рәсәй буйынса прокатҡа сыҡты.

Бөгөн беҙ режиссерҙарыбыҙ менән ижади пландар хаҡында һөйләштек.

Мин бер сер асам – «Муха» студияһы менән «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы йәнһүрәтен төшөрөргә тип һөйләштек. Ул Ғәбит, Йомағужа, Ҡылысбай, Ихсан һәм Усман исемле батырҙар хаҡында. Был ҡыйыу йөрәкле ил уландары шведтарҙы тар-мар итә. Уларҙың вариҫтары ла һынатмай, француздарға, немецтарға ҡаршы һуғыша һәм еңеү яулай. Ябай ғына йәнһүрәттә Башҡортостандың тормошо ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнә.

Авторҙарҙың рөхсәте менән иғтибарығыҙға уның тизерын тәҡдим итәм. Фильм прокатҡа 2022 йылдың октябрендә сығасаҡ.

Барығыҙға ла уңыштар! Ижад итегеҙ, ә беҙ һеҙгә тейешле шарттар булдырырбыҙ, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: