Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2021, 10:25

Ҡырҡ алты йәшлек чемпион!

Кисә Краснодар ҡалаһында «АСА» көрәш лигаһының сираттағы турниры уҙҙы. Билдәле көрәшсе, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы «Башҡорт» Венер Ғәлиев Белорус егете Артем Дамковский менән көрәшеп, еңеү яуланы! Венер Ғәлиев лигала иң оло көрәшселәрҙең береһе. 46 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ йәштәргә ал бирмәй. Афарин! Алда ҙур уңыштар көтөп торһон!

Ҡырҡ алты йәшлек чемпион!
Ҡырҡ алты йәшлек чемпион!

Ҡурайҙа Юлай Касимов. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: