Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2021, 14:51

Тимер юлы аша үтеп өлгөрөргә теләгән..

Бәләбәй районында йән өшөткөс фажиғә булған.

Тимер юлы аша үтеп өлгөрөргә теләгән..
Тимер юлы аша үтеп өлгөрөргә теләгән..

Бөгөн төнгө сәғәт ике тирәһендә Бәләбәй районының «Аксаков» станцияһында 52 йәшлек ирҙе поезд бәрҙергән. Ул етеп килгән транспорт алдынан тимер юлы аша үтеп өлгөрөргә теләгән, тик...

Дөйөм алғанда, быйыл республиканың тимер юлдарында 6 кешенең ғүмере өҙөлгән, биш зыян күреүсе теркәлгән. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яҙған. Ул барыһын да һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: