Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 12:32

Күмертау ковид-госпиталенән 101 йәшлек инәй һауығып сыҡҡан

Фашизмды еңгән ветеран мәкерле сиргә лә бирешмәй.

Күмертау ковид-госпиталенән 101 йәшлек инәй һауығып сыҡҡан
Күмертау ковид-госпиталенән 101 йәшлек инәй һауығып сыҡҡан

Был үҙенсәлекле хәбәр менән Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһы социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

«Анисия Матвеевна – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Кенигсбергҡа тиклем яу юлын үтә, шунда Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай. Ул – фашизмды һәм коронавирус инфекцияһын еңгән кеше», - тип хәбәр итә Күмертау табиптары.

Федоровка районында йәшәүсе йөҙйәшәр 20 ноябрҙән дауаланған һәм тулыһынса һауығып сыҡҡан. Инәйгә һаулыҡ-ныҡлыҡ, яҡындарының һәр саҡ янында булыуын теләйбеҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: