Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2021, 08:26

Хәбибулла Ғәбитовтың исеме халҡына дан булып әйләнеп ҡайтты

Кисә Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир Хәбибулла Ғәбитовтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. 

Хәбибулла Ғәбитовтың исеме халҡына дан булып әйләнеп ҡайтты
Хәбибулла Ғәбитовтың исеме халҡына дан булып әйләнеп ҡайтты

Тантанала БДУ доценты, билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, фән кандидаттары Әхәт Сәлихов, Рәшит Аҡкөбәков, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының “Шәрҡиәт” фәнни-мәҙәни журналы мөхәррире Римма Аҡманова, БДУ-ның Сибай институты директоры урынбаҫары Йәлил Һөйөндөков, ошо уҡыу йорто доценты, ғалим Фуат Сөләймәнов, Башҡортостан Милли музейының бүлек мөдире Юнир Минишев, Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов, Темәстәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айҙар Мәжитов, Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илшат Моратов, мәғариф ветераны, ветерандар советы рәйесе Йәмних Ҡашҡаров, ауыл халҡы ҡатнашты. 

 

Әбделкәримдәр арҙаҡлы яҡташының исемен ҡәҙерләп һаҡлай, уны киләһе быуындарға еткереү маҡсатында ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, 1996 йылда шағирҙың 110 йыллыҡ юбилейы республика кимәлендә билдәләнде. Ауылдың үҙәк урамына уның исеме бирелгән, мәктәптә музей асылған. Быйыл июнь айында иһә Ғәбитовтарҙың ишле ырыуы Шәжәрә байрамын Хәбибулла Ғәбитов иҫтәлегенә арнап ойошторҙо. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында үткән Түңгәүер йыйынында ла, район һабантуйында Әбделкәрим ауыл биләмәһе тирмәһен ҡорғанда ла төп тема булып Хәбибулла Ғәбитовтың тормош һәм ижад юлы торҙо.

 

Хәбибулла Ғәбитов – иң ярлы ҡатламдан күтәрелгән әҙип, йәмәғәт эшмәкәре. 1886 йылдың 1 майында Әбделкәримдә хеҙмәтсе ғаиләһендә тыуған. Өс йәштә етем ҡалып, Юлыҡта алтын сәнәғәтсеһе Рәмиевтәр ғаиләһендә аҫрау бала булып үҫә, шунда башланғыс белем ала. 10-12 йәштәрҙән Таналыҡ станицаһы имам-хатибы Аҡмалетдин Ғәбитов ғаиләһендә тәрбиәләнә. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡып, артабан үҙаллы тормош юлына баҫа, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, матбуғатты үҫтереү юлының башында торған шәхестәребеҙҙең береһенә әйләнә. Әммә, билдәле булыуынса, золом сәйәсәтенә эләгеп, яҙмышы аяныслы тамамлана.

 

Халыҡ хәтере – мәңгелек. Хәбибулла Ғәбитовтың исеме лә халҡына дан булып кире әйләнеп ҡайтты. Үҙҙәренең сығыштарында ла тантанала ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхесебеҙҙең республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы, баймаҡтарға арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарын күтәрмәләүе, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

 

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Нурислам Ҡалмантаев, Илгиз Байымов һәм Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илшат Моратовҡа бирелде. 

Һуңынан ҡунаҡтар Әбделкәрим мәктәбендә булды, уҡыусыларҙың сығыштарын ҡараны. Мәктәп музейы, Ғәбитовтар шәжәрәһе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: