Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 23:00

"Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде..."

Көн аҙағында бик матур яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ. - Билдәле булыуынса Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл -2020" республика конкурсында үҙ категорияһында беренсе урын алып, биш миллион һумлыҡ грант отҡан ине. Август айында ошо аҡсаны маҡсатлы файҙаланыу буйынса тейешле эш башланды. Аукционды үҙенең проекты менән яуаплылығы сикләнгән "Ремстройцентр" ойошмаһы (етәксеһе Исмәғилев Рафаэль) еңеп сыҡты. Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде. ⏬

"Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде..."
"Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде..."

⏬ Бында 1300 кв.метр майҙанды биләгән һәм талаптарға яуап биргән балалар спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни комплексы төҙөлә. Әйтергә кәрәк, был республикала берҙән-бер, үҙенсәлекле проекты булған заманса объект буласаҡ.

Бөгөн Яйыҡбайҙа ҡеүәтле техника ярҙамында төҙөлөш барған майҙанға ҡырсынташ түшәлә һәм объекттар өсөн каркас ҡуйыла. Эш ыңғай бара, төҙөлөш материалдары, техника менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ. Төҙөүселәр көндәрҙең матур тороуынан файҙаланып, төп эштәрҙе ошо араларҙа тамамларға ниәт итә, аҙаҡ инде бригада биҙәү эштәренә тотонасаҡ, - тип уртаҡлашты беҙҙең менән Рәүилә Хәсәнова.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: