Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 15:20

Ҡурҡмағыҙ, оялмағыҙ - "ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!

28 - 29 октябрҙә, 11.00 – 14.00 сәғәттәрҙә "Айыҡ ауыл – 2021" республика конкурсы сиктәрендә ғаиләләге конфликттарҙы хәл итеү һәм иҫкәртеү, көс ҡулланыуҙан зыян күреү, йәберләнеү, айырылышыу мәсьәләләре буйынса 8-800-347-5000 телефоны буйынса тематик "ҡыҙыу линия" эшләйәсәк. ⏬

Ҡурҡмағыҙ, оялмағыҙ - "ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!
Ҡурҡмағыҙ, оялмағыҙ - "ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!

Акцияның ойоштороусылары: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Республикала йәшәүсе һәр кем башҡорт һәм рус телдәрендә аноним һәм бушлай белгес кәңәше алыу мөмкинлегенә эйә. Әгәр ҙә ниндәйҙер проблема һеҙҙең йәки яҡындарығыҙҙың ғаилә бәхетен генә түгел, ә шәхси именлеген, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя икән, түҙемлек һаҡлап шымып ҡалмағыҙ, шулай булырға тейеш тип уйламағыҙ. Белгестәр һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Ни бары шылтыратығыҙ һәм ҙегеҙҙе борсоған бөтә һорауҙарға яуап аласаҡһығыҙ.

Бәхәсте нисек хәл итергә? Конфликттарҙан нисек арынырға? Нисек килешергә, ярашырға? Эскелеккә йәки наркотиктарға бәйлелеккә дусар булған яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Башҡаса түҙергә йәки көтөргә ярамаған осраҡта нимә эшләргә? Ғаиләлә көс ҡулланыу ҡорбаны булғанда нишләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға юғары квалификациялы белгестәр: психологтар, ғаилә медиаторҙары, наркологтар яуап бирә. Шылтыратығыҙ, ярҙам итербеҙ! Аноним һәм бушлай!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: