+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
13 Октябрь , 21:10

Башҡортостан сигендә хәле бөткән айыу балаһы кешеләргә сыҡҡан

Етем ҡалған һәм ныҡ ябыҡҡан мәхлүк юл буйында ашарға эҙләп йөрөгән. Уны шул хәлендә Ҡытау-Иванов районы кешеләре табып алған һәм Силәбе өлкәһенең Экология министрлығына хәбәр иткән. ⏬

Башҡортостан сигендә хәле бөткән айыу балаһы кешеләргә сыҡҡан

Айыу балаһын ветклиникаға алып барып оператив ярҙам күрһәткәндәр.

Силәбе өлкәһе экология министры урынбаҫары Виталий Безруков белдереүенсә айыуға бер йәш, ул инә енестән. Күрәһең әсәһен Башҡортостандың һунарсылыҡ хужалыҡтарының берәүһендә атып үлтергәндәр. Айыуҡай оҙаҡ ваҡыт ҡасып йөрөгән, ябыҡҡан, эт-ҡоштан таланған.

Бынан ары уның тормошо яҡшы булыр тип ышанғы килә.

Автор:Айбулат Ишназаров