Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2021, 08:28

Шағирә Рәзилә Ырыҫҡужина – мәртәбәле премия лауреаты

Күгәрсендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды.

Шағирә Рәзилә Ырыҫҡужина – мәртәбәле премия лауреаты
Шағирә Рәзилә Ырыҫҡужина – мәртәбәле премия лауреаты

Быйыл премияға туғыҙ кеше дәғүә иткән. Өс еңеүсе һайлап алынған. Бүләкләү тантанаһы ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында үткәреләсәк.

Лауреаттар исемлеге:

БР һәм РФ журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы, яҙыусы-журналист Рәзилә Ырыҫҡужина;

Күгәрсен районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, урындағы ҡоролтай рәйесе, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы Рөстәм Сәйетбатталов;

«Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы Гөлшат Вәлиева.

Быйыл республикабыҙ арҙаҡлы шәхестең 125 йыллығын ҡаршылай. Уның исемендәге премия киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан 1989 йылдың 8 апрелендә булдырыла. Ул бер йыл арауығында иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәре өсөн айырым журналистарға йә авторҙар коллективына бирелә.

Шағирлыҡ – ул юғарынан бирелә торған шөһрәт

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: