Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 23:55

Шишмә районында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыласаҡ

 Һәйкәл Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында урын аласаҡ. ⏬

Шишмә районында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыласаҡ
Шишмә районында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыласаҡ

Иртәгә, 28 сентябрҙә Шишмә ҡасабаһында Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтәсәк.

Бюсты асыу тантанаһы сәғәт көндөҙгө 1-ҙә башлана. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Мең ырыуҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, урындағы халыҡ һәм тарихи шәхестең нәҫеле ҡатнашасаҡ.

Ҡәнзәфәр бей – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Мең ырыуы башлығы. Мең башҡорттары уның етәкселегендә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында әүҙем ҡатнашҡан. Тап Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорттар исеменән Аҡ батшаға барыуы, меңлеләрҙе туплауы тураһында бар мәғлүмәт шәжәрәләрҙә теркәлгән, ти тарихсылар. Легендар шәхес Ябалаҡлы ауылында ерләнгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: