"Башҡортостан" төбәк интерактив энциклопедик порталынан белешмә:
БИКМӨХӘМӘТОВА Ризәлә Миңнулла ҡыҙы (22.5.1933, Бәләбәй ҡ.), хор дирижёры. Проф. (1983). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ш.М.Бикмөхәмәтовтың апаһы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1956; В.Г.Соколов класы), Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тында (Мәскәү) стажировка үтә (1969; етәксеһе А.А.Юрлов). 1957 й. алып Башҡ. филармонияһының Йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе һәм дирижёры. 1960—69 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы, бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пункты уҡытыусыһы һәм мөдире вазифаһын башҡарыусы. 1969 й. башлап ӨДСА‑ла эшләй (1969—91 йй. һәм 2006 й. алып хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире). Б. етәкс. Башҡ. йәштәре һәм студенттары хоры — Бөтә Рәсәй художество ижады смотры лауреаты, Мәскәүҙә Башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналығында (1961), Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1969); ӨДСИ хоры — Бөтә Рәсәй вуздарының ғилми (ижади) йәмғиәттәре конкурсы лауреаты (1977). Б. етәкс. хор коллективтары репертуарында сит ил, урыҫ һәм башҡ. композиторҙары әҫәрҙәре. Уҡыусылары араһында Р.Р.Ҡудашев, БР‑ҙың атҡ. артисы Т.А.Кислицына, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Т.А.Андреева, Л.П.Амантаева, В.И.Тарасенков.