+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
15 Сентябрь , 14:00

Милли йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ республика турниры үтте

Ғәфүр Рахманғолов: - 11 сентябрҙә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында үткән оло спорт сараһы Башҡорт тарихы йылына, Милли кейем көнөнә һәм Көрәй батыр иҫтәлегенә арналды. ⏬

Милли йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ республика турниры үтте

Өсөнсө йыл рәттән үткән ярышҡа Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Белорет, Ейәнсура, Хәйбулла, Ишембай райондарынан, Өфө, Белорет, Учалы, Нефтекамск, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан һәм шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡунашаҡ райондарынан һәм Силәбе ҡалаһынан бөтәһе 60 ҡатнашыусы мәргәнлектәрен күрһәтергә килде.

Уҡсыларҙың һаны йылдан-йыл арта барыуы ҡыуандыра. Турнирҙың ҡағиҙәләре буйынса шәхси беренселектә 15 метрҙан алып 145 метрға хәтлем бөтәһе 10 төрлө, ә команда ярышында 3 этап булды.

Ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле ярыштың һөҙөмтәләре буйынса ир-егеттәр араһында 1 урында Таһиров Хөрмәт(165 мәрәй); 2 урын-Ғатауллин Илшат(151 мәрәй); 3 урын-Йәрмөхәмәтов Айнур(150 мәрәй) булды.

"Еңеүгә ынтылыш" номинацияһына Өмөтбаев Тимур һәм Ишморатов Илдар лайыҡ булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1 урын-Хәлилова Гүзәлиә(144 мәрәй); 2 урын-Ишкилдина Нәйлә(110 мәрәй); 3 урын-Үҙәнбаева Гүзәлиә(95 мәрәй).

"Еңеүгә ынтылыш" номинацияһына Хәйруллина Эльвина менән Әлимханова Гөлшат лайыҡ булды.

Командалар араһындағы ярышта бөтәһе 10 команда сығыш яһаны. Ҡағиҙә буйынса команда составына 3 ир-егет һәм 1 ҡатын-ҡыҙ инә. Улар еңеү өсөн 20, 45, 70 метрҙан көс һынашты.

Дөйөм мәрәйҙәрҙе һанағандан һуң иң көслө команда булып Бөрйән районы командаһы танылды. 2 һәм 3 урынды Баймаҡ районының ике командаһы бүлеште. Баймаҡ ҡалаһындағы "Орхидея" магазины хужаһы Илдус Ибраһимов, Үрге Яйыҡбай ауылы депутаты Әсфәр Ырыҫҡужин, Учалы районынан Илназ Үҙәнбаев тәҡдим иткән маҡсус приздар өсөн атҡанда Силәбе өлкәһенән Хабибуллин Марат, Бөрйән районынан ағалы-ҡустылы Дим һәм Динис Юлбердиндар, Әбйәлил районан Хәлилова Гүзәлиә һәм шулай уҡ иң кесе уҡсылар Үҙәнбаев Илгизәр менән Латыпова Минзилә еңеүсе булып сыҡты. Иң оло уҡсы Ниғәмәт ауылынан Күсенә Айҙар булып сыҡты.

Ниғәмәт ауылы биләмәһе ауылдары халҡы араһында ла уҡ атыу ярышы үтте. Бында ла бик ҡыҙыу атыш барҙы. Өс уҡсы бер үк мәрәйҙәр йыйғас яңынан 1-3 урын өсөн аттылар. Һөҙөмтәлә Икенсе Этҡол ауылынан Мәжитов Динар 1 урын яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урынды Үрге Яйыҡбайҙан Ырыҫҡужин Әсфәр менән Шарапов Дамир бүлеште.

Афарин, егеттәр. Аллаһы Тәғәлә насип итһә "Мәргән уҡсы" сафына тағы ла яңы кешеләр баҫырҙар тип ышанабыҙ.

Урындағы халыҡ өсөн һөңгө һелтәү, таяҡ тартыш һәм уйындары ойошторолдо. Был мәртәбәле сарала милли спорт уйындары ғына түгел, ә беҙҙең борон-борондан, быуындан быуынға күсеп килгән тарихыбыҙҙы, нәҫелебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү маҡсатында "Шәжәрә" конкурсы ла үтте. Унда 1 урынға лайыҡлы рәүештә Мәҙинә Шарапова сыҡты. Икенсе урында Әкрәм Шарапов булһа, өсөнсө урынды Әсфәр Ырыҫҡужин яуланы. Бик ҙур рәхмәт уларға. Киләсәк быуын өсөн сауаплы эш башҡарғанһығыҙ. Афариндар.

Ошо мәртәбәле сараны ойоштороуға ҙур өлөш индереүсе әлбиттә барлыҡ ауылдаштарыма, ашнаҡсыларға, бағымсыларыбыҙға, Баймаҡ районы хакимиәтенә, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының физик культура һәм спорт бүлегенә, йәштәр сәйәсәте буйынса комитетҡа, ирекмәндәргә, мәҙәниәт бүлегенә, Ниғәмәт ауылы хакимиәтенә, Икенсе Этҡол ауылы һәүәҫкәр артистәренә оло рәхмәтемде еткергем килә. Бырағыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. "

Автор:Айбулат Ишназаров