Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2021, 20:30

Ил етәксеһе ниңә беҙҙең яҡҡа киләм тигән?

Иртәгә, йәғни 6 августа РФ Президенты Владимир Путин Силәбе өлкәһенә һәм Башҡортостан Республикаһына эш сәфәре менән киләсәк. ⏬

Ил етәксеһе ниңә беҙҙең яҡҡа киләм тигән?
Ил етәксеһе ниңә беҙҙең яҡҡа киләм тигән?

Ил башлығы күрше төбәктең тәбиғәт янғындарынан зыян күргән райондарын ҡараясаҡ, аҙаҡтан ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса һорауҙар буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ. Унан һуң Президент Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашасаҡ.

Ошо уҡ көндө Владимир Путин Әбйәлилгә юл тотасаҡ һәм «Ласселсбергер» компаниялар төркөмөнөң ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводын асасаҡ.

Аҙаҡтан ВВП республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: