Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2021, 14:00

Дәүләкән фермеры йылҡысылыҡ үҫтереүгә грант алған

Яңы Яппар ауылында йәшәгән Илшат Ниғмәтуллин «Агростартап» программаһын ҡулланып башҡорт тоҡомло 32 баш бейә һәм бер айғыр алырға ниәтләй. ⏬

Дәүләкән фермеры йылҡысылыҡ үҫтереүгә грант алған
Дәүләкән фермеры йылҡысылыҡ үҫтереүгә грант алған

Йәш эшҡыуар Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, ата-әсәһенең КФХ-һында эшләп өлгөргән, йылҡы малын үрсетеү менән шөғөлләнгән.

Әле хужалыҡта башҡорт тоҡомло 20 ат бар. Егет уларҙы аҫрау өсөн ҡуртымға махсус бина һәм 227 гектар ер алған. Биләмәнең 34 гектарына һоло сәскән, ҡалған майҙаны мал көтөүгә һәм бесән сабыуға ҡалған.

Илшат үҙ иҫәбенә 200 башҡа иҫәпләнгән йылҡы аҫрау фермаһын ҡора башлаған. Хужалыҡ етештергән ит һәм ҡымыҙҙы эшҡыуар Өфөгә, Шишмә һәм Раевка ҡасабаларына илтә, районда һата.

Йәй башында йәш фермер БР Ауыл хужалығы министрлығына бизнес-план тапшырып уны уңышлы яҡлаған һәм "Агростартап"та еңеп сыҡҡан.

Фермер йылҡыларҙың дөйөм һанын 137 башҡа, шул иҫәптән бейәләрҙе 54 башҡа еткерергә ниәтләй. Етештерелгән продукция күләме лә бер нисә тапҡырға артырға тейеш.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: