+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
21 Июль , 18:40

Уяҙытамаҡ һәм Соҡаҙыбашта АДПИ ҡоролмалары ҡуйылды

 Ут сығыуын иҫкәрткестәрҙе Туймазы районына "Атайсал" республика проектында ҡатнашыусы "Янғынға ҡаршы хеҙмәт" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы начальнигы урынбаҫары Константин Терещенко килтерҙе. БР сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев бағыусы ярҙамы күрһәткән. ⏬

Уяҙытамаҡ һәм Соҡаҙыбашта АДПИ ҡоролмалары ҡуйылды

Уязытамаҡҡа 216 дана АДПИ бирелһә, Ҡаратҡа 88 иҫкәрткес ебәрелгән. Уларҙың бер өлөшөн ауыл халҡының өйҙәрендә бөгөн ҡуйҙылар, ҡалғандарын да ошо аҙнала урынлаштырып бөтәсәктәр.

Быға тиклем иҫкәрткестәре булған күп балалы 27 ғаиләгә министрҙың бүләге - ут һүндергестәр тапшырылды.

Константин Терещенко белдереүенсә, 2016 йылдан бирле республикала янғын сығыуын иҫкәртеүсе апппараттар бушлай таратыла. 350 мең дананан ашыу АДПИ 629 кешене, шул иҫәптән 224 баланы ҡотҡарған.

Автор:Айбулат Ишназаров