Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы (1955—2001), Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан.
Вәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы (1965), китапханасы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Яңауыл районының «Биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директорының халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеү буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан район башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Вотяк Ушъяҙы ауылынан.
Крецул Олег Васильевич (1975), спортсы. 2001 йылдан дзюдо буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы һәм Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары чемпионы (2008) һәм көмөш призёры (2004), донъя чемпионы (2002—2003, 2007, 2010), Донъя кубогын яулаусы (2001), Европа (2001, 2005, 2009) һәм Рәсәй (2001—2006) чемпионы донъя (2006) һәм Европа (2007, 2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Дуҫлыҡ (2009) ордены, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2006), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2008) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кишинёв ҡалаһынан.
Иван Теребенёв (1780—1815), Рәсәй империяһы скульпторы, монументалист һәм график.
Элизабет Фрай (1780—1845), Бөйөк Британияның тәүге феминисткаларының береһе, дәүләттең төрмә системаһын үҙгәртеүсе.
Мишель Ленц (1820—1893), шағир, Люксембург гимнының тексы авторы.
Эмиль Верхарн (1855—1916), Бельгия шағиры, драматург һәм әҙәби тәнҡитсе, адвокат.
Виллем Эйнтховен (1860—1927), Голландия физиологы, 1924 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
Тудор Аргези (төп исеме Йон Теодореску; 1880—1967), Румыния шағиры, прозаик һәм әҙәби тәнҡитсе.
Ғәлиә Кайбицкая (1905—1993), СССР-ҙың опера йырсыһы, Татар АССР-ының беренсе халыҡ артисы.
Тони Шеридан (1940—2013), Британия йырсыһы, гитарист.
Сергей Шойгу (1955 ), дәүләт эшмәкәре, 2012 йылдан Рәсәйҙең оборона министры, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999).
Владимир Сальников (1960), СССР спортсыһы, йөҙөүсе, дүрт тапҡыр олимпия, күп тапҡыр донъя чемпионы.
Тириль Экхофф (1990), Норвегия спортсыһы, биатлонистка. Олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Үҫеш һәм диалог өсөн халыҡ-ара мәҙәни төрлөлөк көнө.
Рәсәйҙең Тымыҡ океан флоты көнө.
Техник инвентарлаштырыу хеҙмәткәрҙәре көнө.
Өфө ҡалаһының хәҙерге «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятияһы эш башлай (1935).
ФОто: Т,Аманов