Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 08:08

14 декабрь

Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1909—15.02.1994), театр актёры, режиссер, драматург һәм педагог. 1931—1942 һәм 1949—1956 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, шул иҫәптән 1942—1948 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе, 1956 йылдан — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1940—1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры. Сығышы менән хəҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһынан.
Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (1914—24.02.2003), йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1938—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1938—1966 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы профессоры. Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1947) халыҡ артисы. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Апас районы Шәмбалыҡсы ауылынан.
Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (1914—1993), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1933—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.
Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (1929), ғалим-зоолог. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Рәжәп ауылынан.
Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (1929—10.07.1999), хужалыҡ эшмәкәре. 1959 —1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Һикәлекүл ауылынан.
Родионов Геннадий Степанович (1949), опера йырсыһы. 1976—1992 йылдарҙа һәм 2003 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1992—2003 йылдарҙа Германияның Майнинген ҡалаһы опера театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1984) һәм төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Ил һәм донъя буйынса
Мария Шимановская (1789—25.07.1831), Польшаның виртуоз пианисы, композитор.
Зинаида Волконская (1789—5.02.18621), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, шағир, йырсы һәм композитор.
Пьер Сесиль Пюви де Шаванн (1824—24.10.1898), Франция рәссамы, символист.
Радж Капур (1924—2.06.1988), Һиндостан кино актёры, режиссёр, продюсер һәм сценарист.
Гоар Гаспарян (1924—16.05.2007), СССР һәм Әрмәнстан опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1956), Социалистичк Хеҙмәт Геройы (1984).
Клифф Уильямс (1949), Англия музыканты, бас-гитарасы.
Майкл Оуэн (1979), Англия футболсыһы.
Байрамдар, иҫтәлекле даталар
Башҡорт теле көнө
«Башплодородие» предприятиеһы ойошторола (1979).
Көньяҡ Францияла «Виадук Мийо» тип аталған донъялағы иң бейек транспорт күпере файҙаланыуға тапшырыла (2004).

Фото: Т.Аманов
Читайте нас в