Никифоров Кузьма Фёдорович (1924—3.08.1986), хужалыҡ эшмәкәре. 1955—1986 йылдарҙа Башпотребсоюз ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966—1986 йылдарҙа — Дыуан райпоһы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Кулагин Юрий Захарович (1929—20.10.1983), ғалим-ботаник, дендроэколог. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1970 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире. 1970—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Мордовия Республикаһы Ромодановский районы Уришка ауылынан.
Лемаев Николай Васильевич (1929—24.12.2000), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер‑технолог. 1950—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары. 1963 йылдан — «Нижнекамскнефтехим» производство берекмәһенең генераль директоры. 1985 йылдан — СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары, 1985—1990 йылдарҙа СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. РСФСР-ҙың VIII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың атҡаҙанған нефтехимигы (1979) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1982), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Пестравка районының Ҡыҙылъяр ауылынан.
Самодумова Маргарита Васильевна (1929—29.07.2016), педагог. 1955—2005 йылдарҙа Өфө ҡалаһының хәҙерге 62‑се лицейы уҡытыусыһы. Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кострома ҡалаһынан.
Водопьянов Владимир Васильевич (1949), ғалим-математик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — дөйөм фәндәр факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2009), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Ҡытай Халыҡ Республикаһының Порт-Артур ҡалаһында тыуған.
Грешнов Владимир Михайлович (1949), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире, 2007 йылдан — теоретик механика кафедаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
Леопольд Моцарт (1719—28.05.1787), Австрия композиторы, Вольфганг Амадей Моцарттың атаһы.
Гаспаре Спонтини (1774—24.01.1851), Франция композиторы, «ҙур опера» жанрына нигеҙ һалыусы.
Александр Самсонов (1889—30.08.1914), Рәсәй империяһы генералы.
Джавахарлал Неру (1889—27.05.1964), Һиндостандың беренсе премьер-министры.
Таха Хөсәйен (1889—28.10.1973), Мысыр яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе.
Алексей Животов (1904—27.08.1964), рус совет композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
Леонид Коган (1924—17.12.1982), совет скрипкасыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966), Ленин премияһы лауреаты (1965).
Венди Карлос (1939), Америка композиторы, клавишалы музыка ҡоралдарында уйнаусы.
Сергей Кургинян (1949), Рәсәй политологы, театр режиссёры.
Кондолиза Райс (1954), АҠШ-тың 66-сы Дәүләт секретары (2005—2009).
Дмитрий Дибров (1959), Рәсәй тележурналисы, музыкант.
Радик Шәймиев (1964), Рәсәй эшҡыуары, Ҡазандың «Рубин» футбол футбол клубы президенты. Автокросс буйынса Европа чемпионы (2003), халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Ольга Куриленко (1979), Украина-Франция кино актёры.
Мария Кожевникова (1984), Рәсәй театр һәм кино актёры, йәмәғәт эшмәкәре.
Байрамдар, иҫтәлекле даталар
Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө
Халыҡ-ара логопедтар көнө
Халыҡ-ара пассажирҙар көнө
Башҡорт АССР-ы Үҙәк статистика идаралығы ойошторола (1919)
Ла-Манш боғаҙы аҫтынан Париж менән Лондон ҡалаларын тоташтырған туннелдә хәрәкәт асыла.