Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2013, 17:19

Тыуған ерем – алтын бишек

Тыуған төбәгемдең тарихын, ер-һыу атамаларын тәрәнерәк һәм ентекләберәк өйрәнгән һайын ни өсөн Башҡорт илен Тарихи Башҡортостан тип атауҙарына ышана һәм инана барамЫсынлап та, һәр башҡорт ауылы Башҡортостан тарихын сағылдыр­ған ер-һыу атамаларына ифрат бай. Баймаҡ районының Билал ауылы биләмәһенә ҡараған Күгиҙел ауылы янында боронғо ҡала-ҡәлғә ‒ Ханҡала, Билал ауылы эргәһендә Муса Мортазиндың атлы полкы Семеновск полкы бандиттарын ҡыйратҡан Этатҡан яланы, Өмөтбай ауылынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Һәүәнәк ташы.

Тыуған төбәгемдең тарихын, ер-һыу атамаларын тәрәнерәк һәм ентекләберәк өйрәнгән һайын ни өсөн Башҡорт илен Тарихи Башҡортостан тип атауҙарына ышана һәм инана барам
Ысынлап та, һәр башҡорт ауылы Башҡортостан тарихын сағылдыр­ған ер-һыу атамаларына ифрат бай. Баймаҡ районының Билал ауылы биләмәһенә ҡараған Күгиҙел ауылы янында боронғо ҡала-ҡәлғә ‒ Ханҡала, Билал ауылы эргәһендә Муса Мортазиндың атлы полкы Семеновск полкы бандиттарын ҡыйратҡан Этатҡан яланы, Өмөтбай ауылынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Һәүәнәк ташы. Әйткәндәй, заманында Баймаҡ районының иң ҡеүәтле совхоздарының береһенә исем биргән Һәүәнәк ташы атамаһы тураһында үҫеп килгән быуын бер ни ҙә белмәй. Төп теманан айырылып, легендаға туҡталып үткем килә. Һәүәнәк ташы ут күршеләр булып йәшәгән ҡыпсаҡ, Бөрйән, Тамъян, Үҫәргән ырыуҙарының йәйге йыйыны урыны булараҡ билдәле. Һәр яҙ һайын йәйләү мәшәҡәттәре тамамланғас, дүрт ырыу халҡы Һәүәнәк ташы янында байрамға йыйылған. Тау башына бағауылдар ҡуйылған, ҡурҡыныс юҡлығын белдереп, йәшел әләм елберләгән. Ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдары мөһим мәсьә­ләләрҙе хәл иткән, йәш-елкенсәк мәргәнлектә, таһыллыҡта көс һынашҡан. Һау булһаҡ, киләһе йыл осрашырбыҙ, тип һаубуллашып таралышҡан халыҡ. «Һау булһаҡ» һүҙе торараҡ Һәүәнәк атамаһына әүерелгән. Аяҙ көндә Һәүәнәк ташының иң бейек түбәһенән Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән ауылдары күренә. 1957 йылда Һәүәнәк ташынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта топографик карта төҙөү маҡсатында вышка-манара төҙөлә, ул беҙҙең көндәргәсә һаҡланған. Беҙҙең төбәктә ете вышка-манара булып, манараларҙың береһе мин таныштырасаҡ Әүлиә тауында урынлаш­ҡан. Аяуһыҙ ваҡыт елдәре, тик социализм идеяларын ғына тәү сиратҡа ҡуйған совет власы осоро күп ер-һыу атамаһын онотторған, уларҙың тарихы мәғәнәһен үҙгәрткән. Ер-һыу атамаларын өйрәнеп, халыҡҡа, балаларға еткереү – тарихсыларҙың төп һөнәри бурысы. Профессио­наль бурысымды үтәү маҡсатында Өмөтбай мәктәбендә «Мираҫ» исемендәге эҙләнеү-тикшеренеү төркөмө төҙөгәйнем. Һуңғы ике йылда эҙләнеү-тикшеренеү төркөмө менән ике тапҡыр йәйге, бер ҡышҡы поход ойоштор­ҙом. Балалар менән Ирәндек тауҙарын, Ханҡала ҡәлғә-ҡаласығын, ауыл янындағы ер-һыу атамаларын тикшер­ҙек һәм өйрәндек. Уҡыусылар менән төрлө фәнни-эҙләнеү эштәре башҡарып, район-республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ.
Өмөтбай ауылының көньяғында Әүлиә тауы урынлаш­ҡан. Уның бейеклеге – 656,5 м. Ауырыу­ҙарҙан, төрлө сирҙәрҙән дауалаусы Әүлиә тауы, Әүлиә ҡәбере тураһында тирә-яҡ ауылдар ғына түгел, күрше райондар­ҙа, хатта республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәүселәрҙең хәбәр­ҙар булыуын ишетеп торабыҙ.
Машиналарҙың тауға илткән юлды тапап бөтөүе килеүсе кешеләрҙең күп булыуын иҫбатлай.Тауҙың итәгендә, урман эсендә ҙур булмаған аҡлан бар, әйтерһең дә, тәбиғәт тап ошо аҡланда машиналарҙы ҡалдырыр­ға, сәй эсергә ишаралай кеүек. Артабан тауҙың түбәһенә тик йәйәүләп кенә күтәрелергә мөмкин. Килеүсе кешеләр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбес менән ҡорол­ған Әүлиә ҡәбере янында әруахтар­ға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп, хәйер тарата. Сәй эскәндән һуң ергә ятып, серем итеп алыу мотлаҡ үтәлергә тейешле йола булып тора. Фәҡәт серем иткән ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә, тип һөйләй ололар. Тауҙа беҙҙең яҡта һирәк осраған ҡара ҡайындар ҙа үҫә. Тик кешеләрҙең тауҙың түбәһенә тиклем автомашинала күтәрелеүе аптырау уята. «Мираҫ» эҙләнеү-тикшеренеү төркөмө, ЮХХДИ менән килешеп, тау итәгенә хәрәкәт тыйылыуын белдергән юл билдәһе ҡуйырға план ҡорҙо.
Элегерәк тауҙың көнсығыш битләүенән шишмә аҡҡан. 1970 йылдар­ҙа ауылға шоссе юлы һа­лын­ғас, шишмә быуылып, ҡамышлы күл хасил булған. Күлдең яҡынса көҙгө яҫылығы – 1170 кв. м. Ауылдың һәр балыҡсыһы күлгә балыҡ ебәрмәй ҡалмағандыр. Әүлиә күленең батҡағы төрлө быуын ауырыуҙарынан һәйбәт дауа тип ышана килеүселәр. Быйыл уҡыусылар менән күлдең тирә-яғын таҙарттыҡ, ҡолаған ағастарҙы трактор менән ситкә һөйрәтеп өйҙөк. Һуңғы йылдарҙа дөйөм көтөүгә йөрөмәгән малдарҙың Әүлиә күлен саңдау урынына әйләндереүе күңелде ҡыра…
Әүлиә тауы топонимикаһы тураһында легендала Урта Азия тарафтарынан ҡайтып килеүсе мосафир телгә алына. Дәрүиш әүлиәлек һәләтенә эйә булған, өмөтбайҙарҙы ауылға яҡынлашып килеүсе ҡаза тураһында иҫкәрткән. Тыуған иленә ҡайтып етә алмаҫын һиҙгән дәрүиш ауылда йәшәргә ҡалған, вафаты еткәс, үҙен ҡаршылағы тауҙың башына ерләргә васыят әйткән. Ауыл халҡы был Хоҙай бәндәһен мосолмандарса ҡәҙерләп, ҡибла тарафтарына ҡаратып ерләгән. Халыҡта Әүлиә тауының дауалау көсө тураһында ышаныс тыуған.
Легенданың икенсе вариантында беҙҙең төбәктә өс бер туған әүлиәнең йәшәүе тураһында бәйән ителә. Зифа инәй Сөләймәнова үҙенең ағаһы Нуриман бабайҙан был Хоҙай бәндәләренең исемен яҙып алып ҡалған. Өмөтбай әүлиәһенең исеме – Бағыусман, Баймырҙа ауылында – Биәсмән әүлиә, Әхмәт ауылы (Әбйәлил районы) әүлиәһе Бағырусман булған. Әүлиә ҡәберҙәре янында аттар үҙҙәренән-үҙҙәре туғарылыр, ер һөрөүсе тракторҙар туҡтап ҡалыр булған.
Тауҙың төньяҡ ипкелендә ергә вертикаль ҡаҙып ултыртылған таш бағана тора. Уның оҙонлоғо –186 см, яҫылығы – 41см, ҡалынлығы – 15 – 36 см. Таш бағана тураһында мәғлүмәт йыйған саҡта, Рәхимйән ағай Юнысов: «Атайым – үҙенең олатаһынан, ә ул үҙенең олатаһынан таш бағана тураһында һорағас, ул да белмәгән», – тип кинәйәле генә яуап биргәйне. Тимәк, Әүлиәнең таш бағанаһы – бик боронғо ҡомарт­ҡы. Археологтар таш бағаналарҙы менгирҙар тип атай. Менгир һүҙе бретон (Франция) теленән men – таш, hir – оҙон тип тәржемә ителә. Менгирҙарҙы тәү башлап бронза быуаты кешеләре ҡора башлаған, тип фаразлай ғалимдар. Ергә вертикаль ҡаҙып ултыртылған һәм горизонталь һалынған менгир­ҙар ҙа осрай. Археологтар тигәндәй, Өфө ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй тарих уҡытыусылары кәңәшмәһенә бер көн алдан барып, профессор Н. Мәжитов, БДУ археологтары Ә. Солтанова, Ф. Сө­нәғәтов менән осраштым, улар­ҙы Ханҡалаға «ҡунаҡҡа» саҡыр­ҙым. БДУ археологтары Ханҡаланы тикшерҙе, менгирҙың ҡурған өҫтөндә ултырыуын, ә ҡурғандың ҡуш булыуын билдәләне. «Мираҫ» эҙләнеү-тикшеренеү төркөмө Өмөтбай ауылы менгирына Өмөт исеме бирҙе.
Ауыл муллаһы, Таштимер ағай ҡотлогилдин, таш менгирҙың берәй билдәле кешенең ҡәбер ташы булыуы ихтималлығын әйткәйне. Менгирҙы вертикаль туралатып ҡуйып, аят уҡып, кәртәләп алырға тәҡдим итте. «Мираҫ» эҙләнеү-тикшеренеү төркөмө был изге эште киләһе йылдың эш планына индер­ҙе.
Өмөтбай менгирының төбәктә йәшәгән мәжүси халыҡтың йола башҡарған, изге көстәргә табыныу урыны булыуы ихтимал. Әүлиә тауы, ҡуһаил тауы һуҙымының иң көньяҡ түбәһе булып, Һаҡмар йылғаһы ярына барып етә. З. Вәлидиҙең «Хәтирәләр» китабында ҡуһаил һүҙенең тәржемәһен табырға мөмкин. Ул ‒ «изге» тигән мәғәнәгә эйә. Тимәк, әл­ми­саҡ­тан ауылым янындағы Әүлиә, ҡуһаил тауҙары, Өмөт менгиры изге урындарҙан һанал­ған. Кешеләр был төбәккә ниндәйҙер өмөт, бай өмөт менән килгән. Бай өмөт – Өмөтбай. Ауылдың атамаһы ла ошо ниәттәр­ҙе аңлатмаймы икән? Еңел машинала китеп барған кешеләрҙең береһе, тәҙрә аша сүбен ташларға йыйынғас, олорағы уны тыйҙы: «Әүлиә – изге тау, бысратырға ярамай!».

Айҙар МӘЖИТОВ.
Баймаҡ районы.
Читайте нас: