Пенсия өлкәһенең киләсәге тирәһендә шау-гөр килделәр ҙә, үҙгәрештәрҙе 2014 йылға ҡалдырырға булдылар. Был дөрөҫ ҡарарҙыр, моғайын, шундай мөһим мәсьәләне ашыҡ-бошоҡ атҡарырға ярамай. Юҡҡа ғына, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тимәйҙәр. Бар йәһәттән үлсәп, дөрөҫ фекергә килеү мөһим. Күптәрҙең ҡарап торғаны шул пенсия бит.
РФ Президенты В. Путин пенсия реформаһын 2014 йылдың 1 ғинуарына күсерергә кәрәклеген билдәләне. Был фекерҙе эксперттар ҙа дәррәү хупланы. “Ошо ваҡыт эсендә, халыҡтың һәм профессиональ берләшмәләрҙең фекере иҫәпкә алынып, пенсия системаһы параметрҙары урын-еренә еткереп әҙерләнер. РФ Президентының пенсияның тупланма өлөшөн инфраструктура проекттары инвестицияһына йүнәлтеү тураһындағы тәҡдиме лә урынлы кеүек. Йәғни пенсия аҡсаһы ил иҡтисады өсөн эшләйәсәк”, – ти белгестәр.
Пенсия фондына аҡсаһын һалғандар борсолмаһын, улар 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң да мөмкинлектәре менән файҙалана ала. “Был системала ҡалырға теләүсе граждандар артабан да ҡала ала. Уларға һайлау хоҡуғы бирергә тейешбеҙ”, – тине В. Путин.
Хәтерегеҙҙә булһа, хеҙмәткә түләү фондынан 4 процентты пенсияның страховкалау өлөшөнә йүнәлтергә тәҡдим ителгәйне. Был аҙым тәү сиратта РФ Пенсия фондындағы 1 трлн һумдан ашыу дефицитты ҡаплау өсөн эшләнә.
Пенсияны яңыса иҫәпләү системаһы тураһында РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры урынбаҫары Юрий Воронин: “2002 йылға тиклем булған “шәхси коэффициент” формулаһына кире ҡайтасаҡбыҙ, әлбиттә, ул камиллаштырыласаҡ”, – тип белдерҙе. Белгестәр фекеренсә, әлеге пенсия формулаһы үҙен аҡламаған. Ул банк депозиты принцибы буйынса эшләй: эшләүсе граждан өсөн күпме иғәнә индерелә, һуңынан уға шул күләмдә пенсия түләнергә тейеш. Әммә был формула бөгөн проблемалар тыуҙырҙы һәм тупикка терәне.
Ә яңы формулала стаж коэффициенты иҫәпләнәсәк. Әлегә уның күләме хаҡында һөйләшеүҙәр бара. ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә ул 30 йыл тиелә. Минималь стаждан ашҡан һәр бер йыл өсөн 0,01 күләмендә коэффициент өҫтәлә, ә кәм булған өсөн, киреһенсә, һәр йылға 0, 01-гә кәметелә. Стаж коэффициенты уртаса йыллыҡ шәхси эш хаҡына һәм ил буйынса уртаса йыллыҡ эш хаҡы нисбәтенә ҡабатланасаҡ. Халыҡ-ара тәжрибәнән өлгө алып, пенсияны иҫәпләүҙең “интеграциялау коэффициенты” (йәғни макроиҡтисади һәм демографик хәлгә ҡарап) формулаһы ла ҡаралған.
Эйе, пенсия өлкәһенә нигеҙле үҙгәрештәр кәрәк. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыр алдынан элекке хаталарҙан һабаҡ алыу, иҡтисади көрсөк мәлендә эшләү шарттарын күҙ уңында тотоу мөһим. Шулай уҡ халыҡҡа бар яңылыҡтарҙы ваҡытында еткерергә кәрәк. Юғиһә 2002 йылдағы пенсия реформаһы хаҡында (“яҡшы пенсия тураһында һәр кем үҙе хәстәрлек күрергә тейеш, ә дәүләткә ышанырға түгел”) буласаҡ пенсионерҙар хәбәрҙар түгел ине. Һәм күптәр ярыҡ ялғаш алдында тороп ҡалды.
Г. ЯхинА әҙерләне.