Сибай ҡалаһында йәшәүсе Хәсәновтар ғаиләһе йыйылһа, аш бүлмәһендә күңелле, күтәренке мөхит урынлаша. Игеҙәктәр Илнур һәм Илназ әсәләре Мәҙинә менән бергә көн буйы балалар баҡсаһында йөрөгән булһа, өлкәндәре Ғайсар − сәнғәт колледжында, уртансылары Иҙел һәм Гөлкәй мәктәптә белем ала. Ғаилә башлығы Сабир эш мәшәҡәттәре менән тыуған яҡтары Бөрйәндән яңыраҡ ҡына ҡайтып төшкән. Татыу ғаиләләге балалар: «Әсәйебеҙ яһаған сәй тәмле. Беҙ уны яратабыҙ, атайыбыҙ менән ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Ул булғанға өйөбөҙ яҡты, матур. Һеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙе ҡурсалап тороғоҙ», − ти.
Илшат ҡАНСУРИН фотоһы.