ҡыуандырҙы...
Башҡортостан ҡыҙҙары иң һылыуы – күптән йәшәгән фекерҙе Өфө ҡалаһынан Элина Кирәева тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Мәскәүҙә үткән “Рәсәй гүзәле” конкурсында илдән 63 ҡыҙ ҡатнашҡан. Баһалама ағзалары уларҙың тышҡы һөйкөмлөгөнә генә түгел, белеменә лә иғтибар иткән. Шул сама көслө дәғүәсе араһында 25 йәшлек яҡташыбыҙ “Рәсәй гүзәле” исеменә лайыҡ булған. ҡыҙ киләсәктә телевидение өлкәһендә эшләргә йыйына. Элина, афарин!
һиҫкәндерҙе...
Рәсәй Дәүләт Думаһының Оборона комитеты рәйесе Владимир Комоедов, хәрби хеҙмәтте йыл ярымға тиклем оҙонайтырға кәрәк, тип сығыш яһаны.
“Әрме хеҙмәтен бер йылға ҡалдырыу сәйәси ҡарар булғайны. Был Рәсәй Армияһының әҙерлегенә насар йоғонто яһаны. Етмәһә, беҙ “демографик соҡор” алдында торабыҙ”, – тигән ул.
Бындай аҙым ил оборонаһын нығытыу өсөн кәрәк, әммә был яңылыҡ әрме йәшендәге улдары булған ата-әсәләрҙе бер ҙә ҡыуандырмай. Билдәле булыуынса, 2007 йылға тиклем әрме хеҙмәте 24 ай ине, ә 2008 йылдан 12 айға ҡалдырылды.
Өмөтләндерҙе...
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә профессиональ белем биреү, уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләренә ҡағылған кәңәшмә уҙғарҙы.
Унда, инвалидтар өсөн яңы шарттар булдырыласаҡ, тигән тәҡдимдәр яңғыраны, яңы ҡарарҙар ҡабул ителде. Бөгөн илдә 13 миллион инвалид иҫәпләнә, шуларҙың 12,42 миллионы – 18 йәштән оло, ә 3,39 миллионы – эшкә яраҡлы йәштә. Уларҙың ни бары 20,3 проценты ғына эш менән тәьмин ителгән.
Аптыратты...
ЛДПР фракцияһынан депутат Роман Худяков Дәүләт Думаһында сығыш яһағанда, үҙ фекерен яҡлап, пистолетын сығарып хеҙмәттәштәренең ҡотон алған.
Баҡтиһәң, ул граждандарға ҡоралды ирекле йөрөтөүгә рөхсәт биреүҙе даулай икән. Былтыр илдә 14 мең кеше бандиттар ҡулынан үлгән, ҡоралдары булһа, тере ҡалырҙар ине, тигән һәм “цивилизациялы АҡШ-тан” өлгө алырға саҡырған. “Унда үҙеңде яҡлау маҡсатында атыу ҡоралы ҡулланырға ярай бит”, – тип ҡуйған.
Көслө һаҡ аҫтында булған Дәүләт Думаһы бинаһына пистолет нисек эләккән? ҡоттары табанына төшкән депутаттар шул һорау өҫтөндә баш вата. Әллә Роман Худяков күптән түгел эш урынында биш кешене атып үлтергән юрист Виноградовтың берәй туғанымы икән?