Әбйәлил районында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға дәүләттән финанс ярҙамы алды.
2011−2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы район хакимиәтендә үтте. Йәш ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡотланы.
– Ғаилә институтын яҡлау илебеҙ һәм республикабыҙҙың социаль сәйәсәтендә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш булды һәм булып ҡала. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында ғаилә абруйын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау шулай уҡ дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстар тип иғлан ителде. Бөгөн Әбйәлилдә йәшәгән 20 йәш ғаиләгә сираттағы ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ, – тип билдәләне Рим Сыңғыҙов.
Субсидияның минималь күләме 332 220 һум тәшкил итһә, иң ҙуры 569 520 һум булды. Ә дөйөм суммаһы туғыҙ миллион һумдан ашыу.