Бөтә яңылыҡтар
16 Ноябрь 2012, 19:38

Ғәйеплеләр язаһын алыр

Быйыл ун айҙа республикала 56,7 мең енәйәт теркәлгән, шуларҙың 12,8 меңе − ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр. Енәйәттәрҙе асыу беҙҙә уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары − 66,7 процент тәшкил итә. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре байрамы алдынан БР буйынса эске эштәр министры, генерал-майор Михаил Закомалдин журналистар менән осрашты. Унда ул үҙе етәкләгән ведомствоның эше тураһында һөйләне һәм хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Ғәйеплеләр язаһын алыр
Ғәйеплеләр язаһын алыр

Быйыл ун айҙа республикала 56,7 мең енәйәт теркәлгән, шуларҙың 12,8 меңе − ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр. Енәйәттәрҙе асыу беҙҙә уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары − 66,7 процент тәшкил итә. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре байрамы алдынан БР буйынса эске эштәр министры, генерал-майор Михаил Закомалдин журналистар менән осрашты. Унда ул үҙе етәкләгән ведомствоның эше тураһында һөйләне һәм хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Республикалағы дөйөм криминоген хәлгә баһа биргәндә шуны әйтергә була: йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр, урлашыуҙар кәмегән, көсләү осраҡтары, киреһенсә, артҡан.
Хәбәрселәр министрҙан һуңғы осорҙа көс структураларында коррупцияға бәйле шау-шыуҙар тураһында ла һорашты. Билдәле булыуынса, быйыл йәй Рәсәй Тәфтиш комитеты үҙ вазифаһы менән файҙаланғаны һәм ришүәт алғаны өсөн БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Александр Овчинниковҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡайны. „Был эштең һөҙөмтәһе булыуы икеле. Тик суд ҡына баһа бирәсәк. Мин йәмәғәтселекте һәм журналис­тар­ҙы суд булмай тороп полиция хеҙмәткәрҙәренә ғәйеп ташларға ашыҡмаҫҡа саҡырам. Элек совет осоронда суд булмайынса эске эштәр органдарында эшләүселәрҙең гонаһтары тураһында әйтмәйҙәр ҙә ине”, − тине министр.
Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделение­һы хеҙмәткәре Азер Мамедов Федераль именлек хеҙмәткәр­ҙәре тарафынан ғәйепләнгәйне. Полиция майоры был көс структураһында эшләүселәрҙе үҙенә ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепләне. Министр: „Беҙҙең хеҙмәткәрҙән әле бер генә мәртәбә лә ғәйепләнеүсе булараҡ һорау алынманы. Ул эшләүен дауам итә, әммә оператив эш менән шөғөлләнмәй. Беҙҙең полиция майорына оператив хеҙмәткәр булараҡ һорауҙар күп ине”, − тине, Мамедов эше буйынса аңлатма биреп. Рәсәй телеканалдарының береһендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы, министр урынбаҫары Руслан Шәрәфет­диновты тәнҡитләгән сюжет сығыуы ла күп шаңдау тыуҙырҙы. Күп тә үтмәй, ул, эштән ебәреүҙәрен һорап, РФ Президенты В. Путинға рапорт яҙҙы. Үткән аҙнала уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелде. Был хәлгә аңлатма биреп: „Беҙҙең эшмәкәрлекте бысратып күрһәткән материалдың аныҡ заказсыһы, уға күпме аҡса бирелгәне билдәле. Беҙҙең министрлыҡ республика власть органдарында эшләүсе чиновниктар араһында 20-ләгән коррупция осрағын асыҡланы. Был сәйәсәт аҡса менән мутлыҡ ҡылыусыларға оҡшамай, шуға ла улар беҙгә ҡарата таш ата. Министрлыҡҡа ебәрелгән тикшереү Р. Шәрә­фетдиновтың эшендә бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәр тапманы. Әгәр ҙә ул нимәләлер ғәйепләнә икән, барыһын да суд асыҡлар”, − тине министр.
Әйткәндәй, БР буйынса Эске эштәр министрлығын тәнҡитләгән материал заказсыһы, уны әҙерләүселәр тейешле язаһын алыр. Әммә тәртип һәм именлек һағында тороусылар енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә халыҡтың ышанысына таяна, уларҙың эшенә аңлау менән ҡарарға саҡыра.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Читайте нас: