Балаларҙың сығышы һәр кемгә оҡшағандыр, кескәйҙәрҙең һәләте, үҙҙәрен иркен тотоуы һоҡландырҙы. Сәхнәнән эскерһеҙлек, илаһи нур бөркөлдө. Булыр бала – бишектән, тигәндәй, улар киләсәктә үҙҙәрен танытыр әле.
Конкурста ҡатнашыусыларға аш-һыуға оҫталыҡтарын да күрһәтергә кәрәк ине. Ишембай районынан килгән Күскилдиндар ҡаҙы, сәк-сәк бешергән. “БДУ студенты булған саҡта тормош иптәшем менән бергә “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләндек. Айгизә ҡыҙыбыҙ ҙа бейергә ярата”, – ти Гөлшат Күскилдина. Ғаилә байрамдары блогында улар быуындар күсәгилешлеген күрһәтте. Ә бына Ялаевтар (Дүртөйлө районы) нәҫел-нәсәп ептәрен һаҡлау ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында бәйән итте. Өфөнән Мөхәмәтйәровтарҙың сағыу сығышы сараның кульминацияһы булды. Йәштәр араһында күптән билдәлелек яулаған Әлмир Мөхәмәтйәров (күптәргә КВН-сы, Бамбучо булараҡ таныш) тормош иптәше Әлиә менән Әлимхан, Айдемир исемле балалар үҫтерә. Улар лайыҡлы рәүештә гран-при яуланы.
Лиана һәм Денис Федотовтар (Бәләбәй районы) – беренсе, Екатерина һәм Сергей Соболевтар (Нефтекама) – икенсе, Альбина һәм Шамил Ялаевтар (Дүртөйлө районы) өсөнсө урын алды. “Йондоҙло ғаилә” һәм “Ғаилә традицияларын һаҡлау һәм нығытыу” номинацияларында Өфө ҡалаһынан Олеся һәм Михаил Васильевтар билдәләнде, Гөлшат һәм Аяз Күскилдиндар “Ғаилә традицияларын һаҡлау” номинацияһында еңһә, Эльвира һәм Евгений Резвовтар (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) “Иң татыу ғаилә” тип табылды. Зарифа һәм Фаил Юламановтар (Йылайыр районы) “Милли йолаларҙы тергеҙеү” номинацияһында билдәләнде.
Гала-концертта Мәскәү ҡалаһынан “Ныҡлы ғаилә” проектының башҡарма директоры Марина Санникова ла ҡатнашты. Ул байрамға эләгеүенә бик шатланыуын белдерҙе һәм һоҡланыуын йәшермәне. Балаларға күркәм тәрбиә биргәндәре, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлағандары өсөн ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.