Бөтә яңылыҡтар
16 Ноябрь 2012, 20:41

Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...Британияла йәшәүсе егет кер йыуыу машинаһына нәски-күлдәктәрен һалыр урынына... бесәйен тыға. Машинаны ҡабыҙа һәм бесәйҙең нисек яфаланғанын камераһына төшөрә. Шунан видеороликты интернетҡа һала. Әммә көтөлгән популярлыҡ урынына егет ике айға төрмәгә эләгә – хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы был хаҡта полицияға еткерә. Ә теге бисара бесәйгә бер нәмә лә булмаған, хәҙер уға яңы хужа эҙләйҙәр.

Уйландырҙы...
Британияла йәшәүсе егет кер йыуыу машинаһына нәски-күлдәктәрен һалыр урынына... бесәйен тыға.
Машинаны ҡабыҙа һәм бесәйҙең нисек яфаланғанын камераһына төшөрә. Шунан видеороликты интернетҡа һала. Әммә көтөлгән популярлыҡ урынына егет ике айға төрмәгә эләгә – хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы был хаҡта полицияға еткерә. Ә теге бисара бесәйгә бер нәмә лә булмаған, хәҙер уға яңы хужа эҙләйҙәр.
ҡанундарға хайран ҡалырһың. Бесәй тираны рәшәткә артында ултырғанда, балаларҙы яфалаған, уларға ҡарата ҡаты мөғәмәләлә булған әҙәмдәр иректә йөрөй бирә.

Көлдөрҙө...
Интернеттағы социаль бәйләнештәр сайттарында Рәсәйҙең ике башлығы өлөшөнә тәнҡит мул эләгә.
Дмитрий Медведев Хельсинкиҙағы матбуғат конференцияһында ошо турала: “Мине лә, Путинды ла әйҙә тәнҡитләһендәр, ошо, минеңсә, демократия инде. Был ғәҙәти хәл, киләсәктә лә шулай буласаҡ. Моғайын, Финляндияның Премьер-министрын да социаль бәйләнештәрҙә тәнҡитләйҙәрҙер”. Һорау биргән фин журналисы Медведевҡа “лайк”тар һаны, фин хеҙмәттәшенә ҡарағанда, күберәк булыуын белдергән. “Фейсбук”та минең 700 мең “лайк”ым бар, ә һеҙҙең Премьерығыҙҙыҡы – биш мең. Дуҫтар өсөн йәл түгел, бүлешә алам”, – тип яуап биргән Дмитрий Анатольевич.

Шатландырҙы...
2013 йылдың ғи­нуарынан үҙҙәре ме­нән ышаныс ҡағыҙын йөрөтмәгән водителдәргә штраф һалынмаясаҡ.
Бынан ары был документтың кәрәге теймәйәсәк, водителдә транспорт сараһының теркәлеү таныҡлығы булыуы ла етә. Автомобилде икенсе кешегә йөрөтөргә бирер алдынан, хужа кеше ышаныс ҡағыҙы яҙып, уны ОСАГО полисына теркәргә тейеш.

Аптыратты...
Кеше ҡайғыһында һәм һаулығында кеҫә ҡалынайтырға теләүселәргә иҫең китер.
Бөйөк Британияла 20 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табип-онкологты йөҙҙән ашыу кешене ғәрипкә әйләндереүҙә ғәйепләйҙәр. Патерсон пациенттарға юрый онкологик сир диагнозын ҡуйған һәм кәрәкмәгән операциялар яһаған, дауалау курсы тәғәйенләгән. Ғүмере өсөн ҡото алынған кешеләр аҡсаһын йәлләмәй, әлбиттә. Намыҫһыҙ табип страховкалау компанияларын да, дәүләтте лә алдаған, операциялар өсөн уларҙан аҡса алған. Патерсон ялған диагноздар арҡаһында байтаҡ байлыҡ туплап өлгөргән.
Ә Италияла туғыҙ кардиолог ҡулға алынған. Улар ике йыл буйы Моден ҡалаһы дауаханаһында пациенттарҙы сифатһыҙ йөрәк аппаратына тоташтырып, уларға әйтмәйенсә генә тыйылған клиник тикшереүҙәр үткәргән. Был ҡара эшкә Италияның 67 медицина хеҙмәткәренең ҡыҫылышы булыуы асыҡланған.
Читайте нас: