Сибайҙа тәүге тапҡыр шундай үҙенсәлекле байрам – “Сибайымдың ағинәйҙәре” тигән конкурс ойошторолдо. Был сараны, ысынлап та, байрам тиергә тулы нигеҙ бар.
Ағинәйҙәрҙең сәхнәлә үҙ-үҙен тотошона хайран ҡалып тамаша ҡылды килеүселәр. Конкурста ҡаланың мәғариф ветерандары һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар көс һынашты. Халҡыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына хас барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙендә туплаған ине улар. Йөҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлә, шул тиклем рухлылар, әҙәпле, сабыр инәйҙәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәндәрҙең барыһы ла Сибайҙа билдәле кешеләр.
Фәниә Сарбулатова − 43 йыл ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Фәрзәнә Фәтҡуллина − БДУ-ның Сибай институтындағы музыка кафедраһы доценты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәниә Хәмитова, Светлана Буранбаева, Ғәлимә Әхмәтова, Зәһүрә Байтүрина − Рәсәйҙең мәғариф алдынғылары, Сәғиҙә Байназарова − мәғариф ветераны.
“Сибайымдың ағинәйҙәре” Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды һәм ул ғаилә менән таныштырыуҙан башланды. Бәйгеселәрҙең аш-һыуға оҫталығы баһаланды. ҡорама ҡорау буйынса ла ярыш үткәрелде. Ағинәйҙәрҙең халыҡ йырҙарын шул тиклем оҫта башҡарыуы бөтөнөһөн дә һоҡландырҙы. Улар аҡ күлдәк кейеп, аҡ яулыҡ ябынып, ҡулдарына тәсбих тотоп, өгөт-нәсихәт, мөнәжәттәр уҡыны.
Ағинәйҙәрҙе баһалау еңелдән булманы. Һәр береһе ҡабатланмаҫ шәхесте айырып ҡара! Шуға ла жюри бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла “Ағинәй” таҫмаһы таҡты, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ошо конкурс менән ҡалала ағинәйҙәр клубына нигеҙ һалынды. Иң тәүге ағзалар, әлбиттә, сәхнәлә тамашасыларҙы аһ иттергән инәйҙәр ине.
Т. АМАНОВ.