Бала хоҡуҡтары буйынса Башҡортостандағы вәкил Милана Скоробогатова БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарына балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәттәренә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.
Тәҡдимдәр араһында опека һәм попечителлек органдарында бала хоҡуҡтары буйынса айырым категория белгестәре һанын арттырыу, «әсәлек капиталы»н файҙаланыу йүнәлештәрен киңәйтеү, асоциаль тормош алып барыусы, эшһеҙ йә эскесе ата-әсәләрҙән алимент түләтеү мәсьәләләре бар. Бынан тыш, яңғыҙ әсәләргә түләнгән айлыҡ балалар пособиеһы күләмен арттырыуға ҡағылышлыһы ла иғтибарға лайыҡ. Башҡортостан законына ярашлы, әле был түләү 110 һум тәшкил итә. Милана Скоробогатованың тәҡдимдәрен депутаттар артабан өйрәнер өсөн ҡабул итте.
Үткән аҙнала Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та булып китте. Ике көн дауамында ул “Мәрхәмәт” хәйриә фондының балалар үҫеше үҙәгендә, махсуслаштырылған Бала йортонда, ”Изгелек” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә булып, эштәр барышы менән танышты, Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһына ла барҙы. Ә БР Президенты менән 2013 йылда республикала Рәсәй төбәктәрендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезын үткәреү тураһында һөйләште.