− Атай-әсәйҙәргә, туғандарға рәхмәт, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итәләр. Дәүләт хәстәре, «әсәлек капиталы» бик урынлы булды. Бындай йорт хаҡында малай саҡтан уҡ хыяллана инем. Тырыша торғас, булдырҙыҡ бит! ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә инде хәҙер, – ғаилә башлығы шатлығын һәм ғорурлығын йәшермәне.
Зал, аш-һыу, икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәләре – һәммәһенә заманса төҫ ҡундырылған, урын-еренә еткереп эшләнгән, күркәм йыһаздар алынған. Оҫталарға ҡуштығыҙмы, тигән һорауға Әлиә, йылмайып:
− Үҙебеҙ оҫтарып бөттөк инде. Өлгөләрҙе интернеттан ҡарайбыҙ ҙа, шуға оҡшатып эшләйбеҙ. Күңелебеҙгә ятҡан стилде, төҫтәрҙе һайлайбыҙ. Өй эсендә бик күп ваҡ эш ҡалды әле. Төҙөлөш материалдары ҡиммәт, ҡапылғара барыһын да эшләп бөтөү мөмкин түгел, кеҫәгә ҡарап яйлап төҙөкләндерәбеҙ.
− Йылылыҡ, һыу селтәрҙәре үткәреү өсөн 120 мең һум аҡса сарыф ителде, әле ишек алдын йүнәтәһе бар, – тип һүҙгә ҡушылды хужа.
Был сама ҙур йортта күп баланың тауышы яңғырап торорға тейештер, тиеүгә йәштәр, бер-береһенә серле ҡарашып: «Уйлайбыҙ ул турала», – тине.
Урамда иркен гараж, ҡарағайҙан мунса, һарай төҙөлгән. Уңған хужалар киләсәктә ҡура тултырып ҡош-ҡорт аҫрарға уйлай. Быйыл 27 сутый ерҙәренән мул уңыш алғандар.
Йорт һалырға йөрьәт итмәй, ауырлыҡтарҙан ҡурҡҡан тиңдәштәренә уларҙың миҫалы үрнәк. Йәшлек дәрте урғылып торған Ғәбитовтарҙың нигеҙе ырыҫлы, ҡотло булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.