Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика йәштәр матбуғаты уҡыусылары араһында өсөнсө тапҡыр викторина уҙғара.
Беренсе урын алыусы 4000 һумлыҡ сертификат эйәһе буласаҡ. Икенсе урынға лайыҡ булыусы ике кешегә − 3000 һумлыҡ, өсөнсө урын алыусы өсәүгә 1500 һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ. Бынан тыш, биш кешегә 500 һумлыҡ сертификат биреләсәк.
Бәйгенең шарттары менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында танышырһығыҙ.
Мәүлиҙә ЯҡУПОВА.