Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү өсөн тәҡдимдәр ҡабул итә башланы.
Республикабыҙҙың башҡарма власть органдары, ғилми учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары үҙ тәҡдимдәрен 2012 йылдың 1 декабренә тиклем
[email protected] электрон почтаһына ебәрә ала. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-98-67.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кешенең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында 2013 йыл Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде.