Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2012, 17:07

“Сирҙе дауалауҙан иҫкәртеү отошлораҡ...”

Халыҡтың һаулығын һаҡлау, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – төп мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки тик сәләмәт кеше генә эшендә – яҡшы хеҙмәткәр, йортонда бәхет өләшеүсе булып яҡындарын ҡыуандыра ала. 5 октябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткән медицина хеҙмәткәрҙәренең I милли съезында мөһим проблемалар күтәрелде. Унда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының балалыҡ буйынса урынбаҫары, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гүзәл Хәсәнова ла ҡатнашты. Ул сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Сирҙе дауалауҙан иҫкәртеү отошлораҡ...”
“Сирҙе дауалауҙан иҫкәртеү отошлораҡ...”

Халыҡтың һаулығын һаҡлау, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – төп мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки тик сәләмәт кеше генә эшендә – яҡшы хеҙмәткәр, йортонда бәхет өләшеүсе булып яҡындарын ҡыуандыра ала. 5 октябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткән медицина хеҙмәткәрҙәренең I милли съезында мөһим проблемалар күтәрелде. Унда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының балалыҡ буйынса урынбаҫары, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гүзәл Хәсәнова ла ҡатнашты. Ул сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

− Гүзәл Ғимаҙи ҡыҙы, яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында үткән съезда булып ҡайттығыҙ...
− 5 октябрҙә Кремль һарайында мөһим, хатта тарихи ваҡиға − табиптарҙың I милли съезы үтте. Ошоноң кеүек мөһим медицина ҡоро 1925 һәм 1988 йылда булған. Унда алты меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре йыйылды. Съезда медицина өлкәһен модернизациялау, корпоратив этика, яуаплылыҡ, юғары профессиональ һыҙаттарға эйә булған хеҙмәткәрҙәр әҙерләү кеүек проблемалар күтәрелде.
− Билдәле булыуынса, һеҙҙең алдығыҙҙа РФ һаулыҡ һаҡлау министры В. Скворцова сығыш яһаған. Ул медицина өлкәһен ниндәй яңылыҡтар, ыңғай үҙгәрештәр көтөүен билдәләне?
− Вероника Игоревна Скворцова һуңғы ике йылда ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һаулығын һаҡлау тураһында”, “Мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында”ғы федераль закондар нигеҙендә медицина өлкәһендәге үҙгәрештәр, һәр кешегә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн эшләгән махсус программалар тураһында һөйләне. Ысынлап та, илебеҙҙә һуңғы алты йыл эсендә уртаса ғүмер оҙонлоғо дүрт йылға артҡан, сабыйҙар үлеме – 33, әсәләрҙең үлеме – 36, ҡан әйләнеше сирҙәренән – 17, туберкулездан – 37, иҫерткес эсемлектәрҙән ағыу­ланып һәләк булыу осраҡтары 60 процентҡа аҙайған. Һаулыҡ һаҡлау министры был ыңғай үҙгәрештәр медицина өлкәһенә бүленгән аҡсаның артыуына бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды (2005 йыл менән сағыштырғанда, 2,6 тапҡыр күберәк).
− Быйыл уңышлы старт алған “Ауыл докторы” программаһы тураһында күп һөйләнелә. Съезда был хаҡта ниндәй фекерҙәр яңғыраны?
− 2012 йылда ”Ауыл докторы” программаһы буйынса ауыл еренә 3900 табип йүнәлтелгән. Беҙҙең районда һигеҙ кеше был программа буйынса эшкә йәлеп ителеп, миллион һум аҡса алды. Йәш белгестәр хеҙмәт юлын ауыл ерендә башлап, байтаҡ медицина проблемаһы хәл ителде. Һаулыҡ һаҡлау министры был программаны 2013 йылда ла дауам итеүҙең мөһимлеген белдерҙе.
− Съезда тағы ниндәй мәсьәләгә иғтибар бирелде?
− Юғары медицина уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙең һайлаған һөнәре буйынса эшләмәй, коммерция юлынан китеүе. Уйлап ҡарағыҙ, Хөкүмәт уларҙы нисәмә йыл уҡыта, белем бирә, ә табиптар барыбер етмәй. Сөнки йәштәр һайлаған һөнәре буйынса китмәй, ә аҡса ҡыуыу юлын эҙләй. Шуға күрә, совет заманындағы кеүек, юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы йүнәлтмә буйынса эшкә ебәреү мәсьәләһе күтәрелде. Һәм улар йүнәлтелгән урындарында мотлаҡ бер нисә йыл эшләргә тейеш буласаҡ.
− Йәштәрҙең коммерция өлкәһенә китеүе табиптарҙың түбән эш хаҡы алыуына ла бәйлелер бит...
− Һуңғы йылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә иғтибар бермә-бер артып, эш хаҡтары ла күтәрелде. В. Скворцова әйтеүенсә, 2018 йылға тиклем эш хаҡы ике тапҡырға артасаҡ. Шуға күрә үҙен медицинаға бағышлаған йәки ошо юлдан китәсәк йәштәргә үкенергә тура килмәҫ, тип уйлайым.
− Хәҙерге заман табибы ниндәй булырға тейеш?
− Медицина хеҙмәткәренә колледж, университетта ғына түгел, ә ғүмер буйы уҡырға тура килә. Был − бар тормошоң буйы өйрәнә, үҙләштерә торған һөнәр. Шуға күрә хәҙерге заман табиптарына туҡтап ҡалмай уҡырға, яңылыҡтарға ынтылырға кәрәк. Әлбиттә, юғары профессионализмдан тыш, кешелеклелек, мәрхәмәтлек сифаттарының булыуы ла мөһим.
− Съезда тағы ниндәй проблемаларҙы тикшерҙегеҙ?
− Әлбиттә, съезда бик мөһим мәсьәләләр күтәрелде, уны хәл итеү юлдары ҡаралды. Улар араһында медицина өлкәһендә роботтарҙы киң ҡулланыу, дауаханаларҙы яңынан-яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, бихисап социаль мәсьәлә бар ине. Шулай ҙа элекке кеүек бар халыҡҡа диспансер тикшереүе үткәреү кеүек ҡарар­ға килеү һөйөндөрҙө. Сөнки беҙҙең кешеләр ауырыуҙан йығыл­һа ғына дауаханаға килеп эләгә. Күп сир, шул иҫәптән онкологик ауырыуҙар ҙа һиҙелмәй башлана. Һөҙөмтәлә ауырыу дауаханаға үтә һуң килтерелә. Шулай уҡ съезда, сирҙе дауалауҙан бигерәк, уны иҫкәртеүе еңелерәк, тигән фекер яңғырауы оҡшаны. Ысынлап та, профилактик саралар менән халыҡтың сәләмәтлеген һаҡларға, ғүмерен оҙайтырға була.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА
әңгәмәләште.

Читайте нас: