Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2012, 16:46

Ҡарауыл! Көпә-көндөҙ талайҙар!

Беҙ шәм кәрәсинен еҫкәп, көн яҡтыһында бар эштәрҙе бөтөрөргә тырышып үҫтек. Ә йәйгеһен олоһо-кесеһе, өмә менән, ҡышҡылыҡҡа яғырға тиҙәк киптерә инек. Үҫә төшкәс, режимлап булһа ла, электр уты ҡабыҙҙылар, унан газ үткәрҙеләр. Кешеләрҙең ҡыуанысын күрһәгеҙ икән! Донъя көтөү күпкә еңелләште.

Беҙ шәм кәрәсинен еҫкәп, көн яҡтыһында бар эштәрҙе бөтөрөргә тырышып үҫтек. Ә йәйгеһен олоһо-кесеһе, өмә менән, ҡышҡылыҡҡа яғырға тиҙәк киптерә инек. Үҫә төшкәс, режимлап булһа ла, электр уты ҡабыҙҙылар, унан газ үткәрҙеләр. Кешеләрҙең ҡыуанысын күрһәгеҙ икән! Донъя көтөү күпкә еңелләште.
Быларҙы ни өсөн хәтергә төшөрәм һуң? Ошо көндә ҙур бер проблемаға юлыҡтым. Мәктәптә эш­ләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Аллаға шөкөр, тормош иптәшем менән үҙебеҙҙең өйҙә йәшәйбеҙ, газ үткән. Утын яғып ыҙаланмайбыҙ.
Август башында контролерҙар килеп, газ счетчиктарын тикшер­ҙе. Бер конфорканы яндырып, газ счетчигының нисек әйләнгәнен һана­ғандан һуң, нормаға тап килмәй, тип пломбаны алып ташланылар, акт төҙөнөләр һәм яңы счетчик һатып алырға ҡуштылар. Исмаһам, алдан киҫәтмәнеләр ҙә! Иртәгә­һенә Асҡарға барһаҡ, беҙҙе сюрприз көтә ине. Үткән алты айға һанап, норматив буйынса түләргә тейешһегеҙ, тип һигеҙ мең һумға квитанция яҙып бирҙеләр. Ә быға тиклем айҙыҡын-айына түләп барҙым бит, счетчик та эшләп торҙо. Ни өсөн контролерҙар алдан килеп счетчикты тикшермәгән? Уның яңылыш эшләгәнен мин ҡайҙан беләйем? Ә хәҙер килеп аҡса түләргә тейешмен. Был – пенямы, әллә штрафмы? Һорауҙарыма инженер аныҡ яуап бирмәне. “Счетчигығыҙ эшләмәгән”, – тип үҙенекен һөйләне.
Былтыр беҙҙең урамда газ траншеяһында авария булғайны, счетчик тоташтырылған торбаның бер яғын сисеп, өрҙөргәйнеләр. Бәлки, бөтә бәләнең башы шундалыр? Шул ваҡытта ла оҙаҡ ваҡыт пломба ҡуймай йөрөнөләр. Газ хеҙмәтенә әллә нисә тапҡыр барғас, ярты йылдан һуң саҡ килделәр.
Был юлы ла оҙаҡ көттөк. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең менән бер көндә пломбаһы йыртылған кешегә шунда уҡ ҡуйғандар. Ни өсөн ҡулланыусыларға ҡараш төрлөсә? Һораша торғас, баҡтиһәң, бөтөн Әбйәлил­дә шундай хәл икәнлеге асыҡланды. Район буйынса ябай халыҡты бөлгөнлөккә төшөрөүме был? Былай барһа, тиҙҙән яңынан тиҙәк, һалам яғыуға ла күсербеҙ ул.
Счетчикты алмаштырырға кә­рәк, тигән иғлан да булманы бит. Әллә улар шулай анһат ҡына аҡса эшләйме? Кешенең рәнйеүе, күҙ йәше менән һуғарылған аҡса ниндәй ҡаҙнаға китә икән?
Культуралы тормошта йәшәйбеҙ, тип өҫтәгеләр һөрән һала. Иң алда халыҡты яҡшыраҡ хеҙмәтләндерергә өйрәнһендәр ине.
Башҡа райондарҙа газ мәсьә­ләһе нисек икән? Әллә беҙҙә генә шундай хәлме? Гәзит уҡыусылар, әйҙәгеҙ, берҙәм булайыҡ! Кемделер байытмайыҡ. Газ счетчигыбыҙ бар икән, өс ай һайын килһендәр, ҡараһындар, кәрәк икән, йүнәтһендәр. Ике йылға бер килеп, бер минут эсендә пломбаны йыртып, меңәр һумлап аҡса эшләргә юл ҡуймайыҡ. Етер монополистарҙы һимертергә, аңлы булайыҡ!

Рәшиҙә МИҢЛЕКӘЕВА.

Әбйәлил районы,
Йәнгел ауылы.
Читайте нас: